Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2021, 11:00

“Тырышып донъя көтәбеҙ әле”

Ауылдан 4 ҡыҙ Магнитта штукатур-маляр һөнәренә уҡыныҡ, әммә эшкә ҡалманыҡ, ауыл тигән булып ҡайтып киттек.

Ауылдан 4 ҡыҙ Магнитта штукатур-маляр һөнәренә уҡыныҡ, әммә эшкә ҡалманыҡ, ауыл тигән булып ҡайтып киттек.
Сәкинә Ишморатова,
Ғәҙелгәрәй ауылы,
62 йәш:
- Ғаиләлә 4 бала үҫтек. Һеңлем Фәриҙә – Баймаҡта, Ғәзимә Ғәлиәкбәрҙә йәшәй, ҡустым Исрафил арабыҙҙа юҡ инде.

Атайһыҙ үҫтек. Әсәйемде звеноға бесәнгә ҡыуҙылар, сөгөлдөр ҙә утанылар. Беҙ, әсәйем алып биргән велосипедҡа дүртәүләп ултырып, бесәнгә, миндек бәйләргә йөрөнөк.
Ауылдан 4 ҡыҙ Магнитта штукатур-маляр һөнәренә уҡыныҡ, әммә эшкә ҡалманыҡ, ауыл тигән булып ҡайтып киттек.

29 йыл мәҙәниәт йортонда иҙән йыуыусы булып эшләнем. Иҫке клубта утынын да ярҙым, һыу, утын ташып, иҙән йыуып, ҡарын көрәп ғүмер үтте. Яңы клубта 7 йыл эшләп өлгөрҙөм.

Бабайым ҡурсаулыҡта ҡарауылсы булды. Ул һуңғы йылдары ауырып тора, таяҡҡа таянып йөрөй. Өйҙәге ҙур эштәрҙе кеше ҡушып эшләтәбеҙ. 12 баш һарығыбыҙ бар, һыйырҙы быйыл бөтөрҙөк.

Хәлдәребеҙ арыу ғына, эш менән булабыҙ, баҡса сәстем. Бабайым Рәис менән икебеҙ генә тырышып-тырмашып донъя көтәбеҙ шулай, балаларыбыҙ булманы. Әммә, апай, инәй, тип тартып торған туғандарым бар, шөкөр.
Читайте нас: