Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2021, 10:00

“Таҙа Нөгөш” акцияһы ойошторҙоҡ

Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһендә “Таҙа Нөгөш” акцияһы ойошторолдо.

Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһендә “Таҙа Нөгөш” акцияһы ойошторолдо.
Унда “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы, Ғәлиәкбәр мәктәбе, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл хакимиәте, почта, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Өмәгә сығыусылар тиҙ арала яр буйҙарын, ауылдың тирә-яғын таҙартып ҡуйҙы. Ауылыбыҙҙың матур һәм таҙа булыуы – беҙҙең ҡулда. Бындай эштәр дауамлы булһын.
Читайте нас: