Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 16:00

“Йондоҙҙар парады» үтте

Бына бер нисә йыл инде Иҫке Собханғол мәктәбендә иң өлгөлө, яҡшы уҡыусыларҙы «Йондоҙҙар парады”нда тәбрикләү йолаһы йәшәп килә. Сараның төп өлөшөндә олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади һәм интеллектуаль конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға төрлө премиялар тапшырылды.

Бына бер нисә йыл инде Иҫке Собханғол мәктәбендә иң өлгөлө, яҡшы уҡыусыларҙы «Йондоҙҙар парады”нда тәбрикләү йолаһы йәшәп килә.
Сараның төп өлөшөндә олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади һәм интеллектуаль конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға төрлө премиялар тапшырылды.
Физика буйынса Башҡортостан Кубогында 4-се дәрәжәле диплом яулаусы, ошо уҡ фәндән һәм йәшәйеш именлеге нигеҙҙәренән муниципаль этап олимпиада призеры Ғәлинур Алтынбаевҡа – БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагог-новатор Зәки Сәғитов; башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада призеры, «Кейекбай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы еңеүсеһе Зөлхизә Ишбулатоваға, Бәләкәй фәндәр академияһы еңеүсеһе, Республика шиғыр уҡыусылар конкурс-фестивалендә призер Амалия Алтынбаеваға – БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғимат Ихсәнов; шашка һәм шахмат буйынса турнирҙар призеры һәм еңеүсеһе Динислам Кинйәбаевҡа – шашка буйынса Башҡортостан республикаһы чемпионы, физика буйынса Томск халыҡ-ара олимпиадаһы, Бөтә Рәсәй физика буйынса онлайн-олимпиадаһы (МФТИ) призеры, физика буйынса Аҡмулла олимпиадаһы еңеүсеһе, физика буйынса Башҡортостан Кубогында 4-се дәрәжәле диплом яулаусы, математика һәм физиканан олимпиадалар призеры Лилиә Хәкимоваға, физика буйынса Башҡортостан Кубогында 4-се дәрәжәле диплом яулаусы, астрономия, информатика буйынса муниципаль этап олимпиадалар еңеүсеһе, физиканан олимпиада призеры Марат Шәкировҡа; башҡорт теленән Аҡмулла олимпиадаһы, “Ғафури уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы призеры, БР төбәк-ара олимпиадаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзының махсус призын яулаусы Алтынай Әбсәләмоваға, урыҫ әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы призеры, муниципаль олимпиада еңеүсеһе Ләлә Ҡунафинаға; «Буранғолов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы еңеүсеһе, «Кейекбай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы призеры, йәмғиәтте өйрәнеү, физик культуранан муниципаль олимпиада призеры Илтимир Мырҙағоловҡа – БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, техник фәндәр кандидаты Мазһар Ғәлиуллин; рәсем буйынса муниципаль олимпиада, Бөтә Рәсәй дистанцион олимпиада призеры Нурания Солтановаға – РФ Мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Рәмзиә Ғәлиуллина исемендәге премиялар бирелде.

Бер төркөм уҡыусыларға мәктәп премияһы, Данияр Кинйәбаевҡа һәм Гөлфинә Байморатоваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Уҡыусыларҙы район, республика кимәлендәге олимпиадаларға, ижади һәм интеллектуаль конкурстарға әҙерләгән уҡытыусылар почет грамоталары, ә сараның бағыусылары рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Сараның һуңғы өлөшөндә матур концерт номерҙары күрһәтелде, күңелле флешмоб үткәрелде.
Читайте нас: