Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 13:00

Ут уйната ҡулында

Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе яҙ һайын күпләп үҫентеләр ултыртҡан, ҡул эштәренә маһир Зөлхизә Назарғолова, һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек үк, тырышып донъя көтә, ғаиләһен ҡайғырта, аш-һыу әҙерләй, баҡса үҫтерә, балалар тәрбиәләй. Әйткәндәй, биш балаһы башлы-күҙле булған, үҙ ғаиләләрен ҡорған. Ике ҡыҙы әлегә мәктәп уҡыусылары.

Зөлхизә апайҙың көндәлек эштәренән тыш, бигерәк тә ағас менән эш итеүен ишеткәс, һүҙҙе лә шул юҫыҡҡа борҙоҡ.
- Рейка, таҡталарҙы барлап, ҡарап йөрөйөм дә, иптәшем эшкә сығып китеү менән ижад итергә тотонам. Ҡыҙҙарым да хәҙер өйрәнеп бөттөләр инде, уларҙы ла ҡушып ҡуям. Тегенеһен-быныһын алып биреп, ярҙам итеп торалар, - ти ихлас әңгәмәсем.

Ирҙәр шөғөлө тип аптырап тормай икән - күптән түгел урындыҡ эшләп алған. Ниндәй инструменттар ҡулланыуы тураһында һорашҡас, шуруповерт, электройышҡы, циркулярка, һәм башҡа әллә күпме, нигеҙҙә, ирҙәр тотҡан инструменттарҙы һанай ҙа башланы. Ағас эшенә маһир ханым ул ҡорамалдар менән оҫта ҡуллана. Эшләп алған урындығын өләсәһенән ҡалған тирүгә, әсәһе сиккән ябыу, үҙе эшләгән ҡорама менән ябып биҙәп тә ҡуйған.

-Тормош иптәшем был шөғөлөмдө хуплап етмәһә лә, эшемдең рәте булғас, афарин, һәйбәт килеп сыҡҡан, тип маҡтап ҡуя, - ти мәҡәлә геройым.
Юморға бай ғаиләлә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә йыш булып тора.

- Иптәшем бер көн эштән ҡайтты ла: “Бөгөн тағы нимә эшләнең?” – ти. “Юҡсы, бер нәмә эшләмәнем”, тим. “Тышта яңы юнышҡылар ята бит, нимә йыштың?”, тип һиҙеп тә ҡалған, - тип Зөлхизә апай тағы әллә күпме ҡыҙыҡтарын һөйләй.

Йәнә ул өйөндә көнкүрештә уңайлы булһын өсөн кәрәкле ерҙәргә үҙе электр сымдары һуҙып, розетка, ут тоҡандырғыстар ҡуйып алған.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 4 июнь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: