Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 13:00

Шүлгәнгә тиклем - асфальт юл

Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының егерме бер саҡрымлыҡ участкаһы рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырылды.

Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының егерме бер саҡрымлыҡ участкаһы рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырылды.
«Башкиравтодор» компанияһының Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тырышлығы менән хәҙер Кейекбай, Ғәҙелгәрәй ауылдары халҡы район үҙәгенә өр-яңы асфальт юл буйлап йөрөй. Халыҡ өсөн был көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға. Шулай уҡ район үҙәгенән «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығына ла матур асфальт юл оҙата бара.
Юлды асыуҙа Бөрйән юл төҙөлөшө һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Р. Динисламов, БР юл хужалығы идаралығының етештереү-техник бүлеге начальнигы Р. Лотфрахманов һәм БР юл хужалығы идаралығының баш белгесе Ю. Соклаков ҡатнашты.

- Был юлдар өс йыл дауамында һалынды. Беҙҙең идаралыҡ өсөн был ҙур күләмле эш. Шулай ҙа ваҡытында тамамланыҡ. 15 саҡрым оҙонлоғонда тимер кәртәләр, 270 юл билдәләре, меңдән ашыу сигнал тумбалары ҡуйылды һәм 47 мең тоннанан ашыу асфальт түшәлде, - тине Руслан Рафиҡ улы һәм юл хужалығы идаралығына, юлды эшләгән егеттәргә рәхмәтен еткерҙе.

Етештереү-техник бүлеге начальнигы Ринат Юлай улы ла район халҡын юл асылыу менән ҡотлап: «Юл – халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыусы, ауылдар араһында бәйләнеш булдырыусы мөһим объект. Юл эшселәре һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан тырышып эшләгәндәр. Юлдар ҡотло булһын», - тине.

Иҫке Собханғол – Мораҡ юлын төҙөкләндереү 2018-2020 йылдарҙа 11,1 саҡрымда башҡарыла. Ә быйыл 5,185 саҡрымда капиталь ремонт үтеп, сафҡа инде. 2020 йылда шулай уҡ «Шүлгән-Таш» мәмерйәһе юлына 5 саҡрым юл асфальтланды.

Юлдар халыҡ мәнфәғәте өсөн оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.
Читайте нас: