“Әсәлек даны” миҙалы, “Ата-әсәлек фиҙакәрлеге” наградаһы буйынса яҡшы яңылыҡ бар!
Күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы яңылыҡ бар - “Әсәлек даны” (“Материнска слава”) миҙалына ҡушып бирелә торған аҡсалата түләүгә хәҙер һалым һалынмаясаҡ. Әсәйҙәр уны 13 процент ташламаһыҙ, теүәл килеш аласаҡ. Ә был түләү бөгөнгө көндә 17 241 һум тәшкил итә.
Шулай уҡ “Ата-әсәлек фиҙакәрлеге” (“Родительская доблесть”) тигән дәүләт наградаһына ҡушып бирелә торған 100 мең һум күләмендәге бер тапҡыр түләүгә лә һалым булмаясаҡ.
2018 йылдан - награда булдырылғандан алып уға республикала йәшәүсе 22 ғаилә лайыҡ булған.