Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – һөйөклө ҡолон, яратҡан илсеһен, пәйғәмбәрҙәренең һуңғыһын кемде төшөнә индереүҙе фәҡәт Үҙе генә белә.
Ошондай бәхеткә беҙҙең райондашыбыҙ, мөслимә ҡәрҙәшебеҙ, тыумышы менән Һарғая ауылынан булып, Ағиҙел ҡасабаһында төпләнеп йәшәүсе Ҡолдәүләтова (Аҫылбаева) Фәриҙә Шаһимырҙан ҡыҙы лайыҡ булған.
Пәйғәмбәрҙе, саллаллаһу-ғәләйһи үә сәлләм, төшөндә күреү – миллиардтарҙың, миллиондарҙың хыялы. Күп мосолмандар Уны төшөндә күреү теләге менән яна, ошо уйы бойомға ашһын тип меңләп салауаттар әйтә, хәжәт намаҙҙары уҡый, доға ҡыла...
ИСТИСҠА НАМАҘЫНДА
Мәғлүм булыуынса, 30 майҙа район буйынса дөйөм истисҡа намаҙҙары үтеп, һәр ауылдың имам-хатибы үҙенең йәмәғәте менән ике рәҡәғәт истисҡа намаҙын уҡып, Аллаһтан ямғыр һорап доға ҡылды, хөтбә һөйләне. Әлхәмдүлилләһ, ошо көндө үк ҡайһы бер ауылдарҙа ямғыр ҡойоп яуҙы, беҙҙә тамсылап булһа ла үтте.
Иртә менән халыҡ аэропорт эргәһенә йыйылды. Ағиҙел ҡасабаһынан Фәриҙә апай ҙа бар. Һиңә бер нәмә һөйләйем әле, тип һүҙ башланы ул...
ТӨШӨМӘ
ПӘЙҒӘМБӘР ИНДЕ...
Рамаҙан айы башланған ваҡыт. Нисәнсе көнө икәнен иҫләмәйем. Төш күрҙем. 10-15-ләгән кеше торабыҙ икән, тейем. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Араларында мин иң олоһомын...
Кис ваҡыты. Ҡараңғы төшкән. Баҙал биҫтәһенә менеп барған ерҙә, һул яҡтан, һыу башняһы торған бина тәңгәлендәбеҙ. Шүлгәнгә киткән юл күренә. Арабыҙҙа бер 6 йәш тирәһендәге малай ҙа бар. Ул яланаяҡ, йоҡаҡ ҡына, асыҡ төҫтәге колготки кеүек бер нәмә кейгән. Ә тыш һалҡынса икән, тейем. Өҫкө кейеме еңле. Мин үҙем йылы кейенгәнмен – өҫтөмдә йылы бишмәт. Теге балаға ҡарап: “Ниңә, исмаһам, аяғына берәй аяҡ кейеме кейҙермәгәндәр икән?” - тип йәлләп торам. Баяғы кешеләрҙән һораным: “Кем балаһы был?” - тип. “Был – Мөхәммәд пәйғәмбәр, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм. Уға 6 йәш тулды, яңыраҡ әсәһе үлеп ҡалды”, - тип яуап ҡайтарҙылар. Минең тәнде эҫеле-һыуыҡлы итә торған бер ҡыҙыҡ ҡына тойғо биләп алды. Йылыһы - (уйлайым икән, тейем): “Йәә, Рабби, әлхәмдүлилләһ, рәхмәт, Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмде бала сағында саҡта булһа ла күрергә насип булды”. Ә һыуыҡ тойғо: “Алты йәшендә генә етем ҡалған, кейер кейеме лә юҡтыр инде, өшөп кенә тора инде...”
Йәлләп, тегене күтәреп алдым. Шул ваҡыт бер ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән күрһәтеп әйтә, Баҙал биҫтәһенә төртөп: “Ана, күрәгеҙме? Яҡтылыҡ төшкән ергә мәсет төҙөйәсәктәр”. Мин ҡарайым-ҡарайым – бер ерҙә лә яҡтылыҡ төшкән ер күренмәй, ҡараңғылыҡ ҡына икән, тейем. Шунан тегеләрҙән: “Ҡайҙа яҡтылыҡ күрәгеҙ? Мин бер ерҙә лә яҡтылыҡ күрмәйемсе” - тип һораным. Теге ҡатын ҡабат-ҡабат күрһәтә, ә мин барыбер күрмәйем. “Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм яҡшыраҡ белә инде ҡайҙа мәсет төҙөргә кәрәклеген. Шулаймы?” - тип йылмайып, ҡулымдағы балаға ҡарап һораным.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 4 июнь һанынан уҡығыҙ.