Тырыш ҡыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Иҫке Монасип урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Айгөл Әбсәләмова быйылғы уҡыу йылында Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан «Лукоморье» балалар ижады йортоноң «Йәш яҙыусылар һәм шағирҙар клубы»нда белемдәрен камиллаштырған. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан ҡатнашҡан балалар йыл дауамында онлайн рәүештә шағирә, яҙыусы Лилиә Һаҡмар алып барған «Әкиәт яҙыу оҫталығы» дәрестәре үткән.
Уҡыу йылы аҙағында клубта шөғөлләнгән балалар араһында әҙәби ижад конкурсы ла уҙғарыла. Бәләкәй ижадсылар үҙҙәре уйлап сығарған әкиәттәрен Башҡортостан Яҙыусылар Союзында үткән әкиәт кисәһендә уҡып ишеттергән. Балаларҙың әкиәттәре китап булып баҫылып сыҡҡан.
Айгөл дә «Ҡурай көсө» әкиәтен ижад итеп, конкурста үҙ көсөн һынап ҡарай. Уның әкиәте йөкмәткеһе буйынса халыҡ ижадына тартым - әкиәтендәге батырҙар ҡурай көсө менән яуызлыҡты еңеп сыға. Билдәле яҙыусыларҙың кәңәштәрен тыңлап, Айгөл эшенә яҡшы баһа ала һәм 2-се урынды яулауға өлгәшә.
Тырыш ҡыҙға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!