Әлеге ваҡытта һәр кем үҙ баҡсаһында гөрләгән, мул уңыш алыр өсөн тырышып, ергә баш эйгән мәл. Кейекбай ауылында йәшәүсе Асия Ғәбитова ла иртәнән кискә тиклем баҡсаһында тир түгә. Һәр үҫентеһенә күңел йылыһын биреп, бала ҡараған кеүек тәрбиәләй. Ә улары мул уңыштары менән ҡыуандыра.
Алты йыл элек иптәше менән Мәләүездән тыуған ауылына күсеп ҡайтҡан Асия апай ата-әсәһенең оҙаҡ йылдар ҡаралмай ятҡан еренә йән өргән, өй янында бер буш урынды ла сарыф итмәй емеш ағастары, йәшелсә, сәскәләр ултыртҡан.
-Мәләүездә 40 йылдан ашыу йәшәнек. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыныс ауыл тормошонда йәшәргә теләп, Бөрйәнгә ҡайттыҡ. Ҡалала ла баҡсабыҙ булды. Ҡайһы бер емештәрҙе шунан алып ҡайтып ултырттыҡ. Аллаға шөкөр, икенсе, өсөнсө йылға ағастар емеш бирә башланы, - тип баҡсаһына саҡырҙы Асия апай. – Татлы йәшел виноград - минең яратҡан емешем. Ете литрлыҡ биҙрә менән бер биҙрәләй уңыш йыйып алам. Һыуыҡтарҙан һаҡлар өсөн көҙөн иртә ябам һәм яҙғыһын да һуң асам. Күсереп ултыртыу өсөн яҙ көнө ҡырҡыр кәрәк. Берәйһе һораһа, бөрөләренән ике сантиметрҙай ҡалдырып киҫеп бирәм. Иҙән аҫтында ҡомға йә тупраҡҡа күмеп һаҡларға һәм ғинуар айында тамыр йәйҙерергә һыуға ултыртырға кәрәк. Ҙурыраҡ ботағын ултыртҡанда дүртенсе йылға уңыш алырға була. Ә быныһы көрән төҫтәге изабелла тигән виноград, тәме әскелтем, беҙҙең һауа торошона яраҡлашҡан, шуға япмаһаң да була. Магазиндан алған эре виноград емешен сәскәйнем, ул да уңыш бирә башланы.
Баҡсасының артабанғы һүҙе ҡойма буйлап теҙелеп киткән ҡара, ҡыҙыл ҡарағаттары тураһында булды. Үҫтереү, үрсетеү яғынан ҡарағат иң еңеле, тип һанай баҡсасы. Ботағын һындырып, ышығыраҡ урынға ҡыя ҡаҙап ҡуйһаң үҫә лә китә.
Ике төр еләктәре лә шаулап сәскә атып ултыра. Еләк яҡшы уңыш бирһен өсөн дөрөҫ тәрбиәләргә, ваҡытында күсереп ултыртырға кәрәк, тигән кәңәштәре менән дә бүлеште.
Алма, торн, ағас еләге, һырғанаҡ, слива, крыжовник, ҡара мышар кеүек ағас-ҡыуаҡтарҙы емеше өсөн үҫтерһә, өй алдындағы ҡыҙыл мышарҙы сит-ят күҙҙәрҙән һаҡланыу өсөн ултыртҡан. Ҡый үләндәре баҫмаһын өсөн еләктәрен ағас төптәренә лә күсергән. Ҡый үләне, тигәндәй, улар был баҡсала юҡ, тиһәң дә була. Сөм ҡара ерҙә тигеҙ генә рәткә теҙелгән һуғандар, сәскә атып ултырған помидор, ҡыярҙар, ҡупшы ғына буй еткереп килгән ҡарбуз һәм башҡа йәшелсәләр хужабикәнең уңғанлығын тағы бер ҡат дәлилләй.
Сәскә, гөл үҫтерергә лә ярата Асия апай. Георгин, флокс, лилиә, дельфиниум, ҡәнәфер, астра, сентябрина, бальзамин, петуния, ирис, ләлә һәм башҡа сәскәләр баҡсаһын биҙәһә, тәҙрә төптәрен бегония, тамсы гөлө, глоксиния, цикламен һәм башҡа төрлө гөлдәр йәмләй.
Асия Нәбиулла ҡыҙының үҫемлектәргә булған һөйөүе юҡтан түгел икән – 17 йыл үҫемлектәрҙе һаҡлау биолабораторияһында иген культуралары өсөн биопрепараттар етештереү, трихограммалар үрсетеү буйынса лаборант булып эшләгән. Агроном дуҫтары менән дә аралашып, тәжрибә уртаҡлашалар, үҫентеләре менән бүлешәләр.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 4 июнь һанынан уҡығыҙ.