Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 11:00

Бәйге сәме - йөрәгендә

“Яңы Усман уҙаманы Фидан Мәзитов Силәбе өлкәһендә үткән ат ярышында беренсе урын алып ҡайтҡан”, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә уның менән бәйләнешкә сыҡтым.

“Яңы Усман уҙаманы Фидан Мәзитов Силәбе өлкәһендә үткән ат ярышында беренсе урын алып ҡайтҡан”, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә уның менән бәйләнешкә сыҡтым.
“Артыҡ ҙур ваҡиға түгел бит. Бер аҙнанан Силәбе яҡтарына тағы ла барабыҙ. Агаповка районында ҙур ярыш була. Унда ике ат алып барам, әлеге мәлдәге үҙемдең иң яҡшы аттарҙы. Бәлки, шунан һуң яҙырһығыҙ”, тиһә лә Фидан, ай-вайына ҡуйманым инде, һорауҙарымды яуҙыра ла башланым.

-Был ярыш хаҡында ҡайҙан ишетеп ҡалдың?
-Ярышҡа барырға Баймаҡтың элекке район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов тәҡдим иткәйне. Ул үҙенең 3 атын алып барырға ниәтләгән дә, машинаһында тағы урын ҡалғас, минең атты ла алып барып ҡарарға булдыҡ.

-Беренсе урынды алған атың хаҡында ла ишетке килә...
-Беренсе урын алған аттың ҡушаматы Эвтерия. Сәйерерәк тойолалыр, әлбиттә. Тик заводта уҡ шулай ҡушамат ҡушҡан булғандар. Уны былтыр көҙгөһөн Краснодар өлкәһендәге «Восход» ат заводы үткәргән аукциондан алып ҡайтҡайным. Йәш ярымлыҡ ҡына өйрәтелмәгән тай ине. Ҡышҡыһын өйрәттек тә бына тәүгә ярышып ҡараны. Һынап ҡарар өсөн генә алып барғайныҡ, тәүге старт булғас, урын алыр тип тә уйламағайныҡ.

-Аттар менән ҡыҙыҡһыныуың ҡасан башланды?
- Аттар менән иҫ белгәндән ҡыҙыҡһыныла инде. Атайым ат тотто, беҙ бала саҡтан ат өҫтөндә йөрөп үҫтек. Һабантуйҙарҙа ярыша торғайныҡ. Алтынсы синыфта уҡығанда тәүге тапҡыр район һабантуйында ҡатнаштым.

Ғөмүмән, аттарҙы бик яратам. Үҙем дә ат тотам. Тик, нигеҙҙә, тоҡомло ярыш аттарына өҫтөнлөк бирәм. Әлеге мәлдә төрлө тоҡомдарҙан бер нисәшәр аттарым бар: ике урыҫ юртағы, бер америка юртағы, бер француз юртағы һәм 3 таҙа ҡанлы инглиз сапҡы тоҡомло аттар. Икәүһе айғыр, ҡалғандары бейә малдары. Ике бейә быйыл ҡолонланы.

Ауылда мәктәпте бөтөп, ҡырға уҡырға киткәндән алып оҙаҡ ҡына аттарҙан айырылып торорға тура килде. Шулай ҙа районда үткән ҡышҡы ярыштарҙы һәм һабантуйҙарҙы ҡалдырғаным булманы. Шул ярыштарҙа сит райондарҙан килеп беренселекте алып ҡайтыуҙарын ныҡ ауыр ҡабул итә торғайным. Тап шул күренеш ошо ярыш аттары менән булыша башлауға ҙур этәргес булды инде. Шуға ла ҡайҙа йөрөһәм дә райондың исемен ишеттерергә тырышам. Сит райондарҙың атһөйәрҙәре: «Бөрйәнгә барыуҙан файҙа юҡ ул, унда аттар яҡшы», тип әйткәндәренәсә тынысланып булмаҫ, ахыры. Үҙемдең ҡолондарҙы ла ошо район эсендә генә таратып, ат спортын районда юғары кимәлгә күтәрергә ниәт бар.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 4 июнь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: