Йәй - балаларҙың түҙемһеҙләнеп көтөп алған мәле.
Балаларҙың йәйге ялын имен, матур, файҙалы һәм иҫтәлекле итеп үткәреү мөһим. Респуб-лика етәкселеге санитар-эпидемиологик торошто баһалап, лагерҙарҙың эшмәкәрлеген башларға рөхсәт бирҙе һәм 1 июндән йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алды.
Беҙҙең районда ла мәктәптәрҙәге көндөҙгө ял үҙәктәре үҙ ишеген аса. Балалар мәктәп янындағы ял һәм хеҙмәт лагерҙарында һаулыҡтарын нығытасаҡ. Ҡайһы бер лагерҙар онлайн форматта уҙғарыла. Мәктәп яны лагерҙары эштәрен спорт, экологик, хәүефһеҙ юл хәрәкәте, музей-тыуған яҡты өйрәнеү, сәнғәт-эстетик йүнәлештәр буйынса планлаштырған.
«Ағиҙел» тәрбиә-һауыҡтырыу лагерына ҡабул ителәсәк балалар һаны, пандемияға бәйле, сикләнгән.
Ата-әсә ҡарауы-нан мәхрүм ҡалған, опекаға алынған, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы һәм бюджет өлкәһендә эшләгән ата-әсәләрҙең балаларын йәлеп итеү күҙаллана. Лагерҙа ял «Йәйләү» программаһы буйынса ойоштороласаҡ.
«Мәсем» үҫмерҙәр клубы «Йәш спецназовсы» хәрби-патриотик лагерына 14-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе саҡыра. Тәбиғәт ҡосағында 10 көнлөк ял осоронда үҫмерҙәр башланғыс хәрби әҙерлек курсы үтәсәк һәм армия хеҙмәтенең серҙәрен өйрәнәсәк.
Мәктәптәрҙән тыш, мәшғүллек һәм балалар ижады үҙәктәре, мәҙәниәт йорттары ла балалар өсөн мауыҡтырғыс ял саралары әҙерләгән.
Балаларҙың ялы тәбиғәткә походҡа сығыу менән башланып та китте инде. Һеҙ фотола күргән Иҫке Собханғол мәктәбенең 5-се «Г» класы Арғыҙмаға тиклем йәйәү барып, сәй эсеп, уйнап, шишмәлә һыу һибешеп, тәбиғәткә һоҡланып, күңелле ял итеп ҡайтҡандар. Ошо уҡ мәктәптең 6-сы «Б» класы ла Яңы Мөсәт юлы буйлап йәйәүле походҡа сыҡҡан. Арығансы, күңелдәре булғансы сәйәхәт иткәндәр.
Балаларҙың йәйге каникулдары файҙалы һәм, иң мөһиме, хәүефһеҙ үтһен.