Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 10:40

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

2 урында урман янған. Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә үләнгә ут тоҡанған.

2 урында урман янған. Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә үләнгә ут тоҡанған.
Демография
Үткән аҙнала 2 сабый тыуған, 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырылышыу осраҡтары булмаған. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
2 урында урман янған. Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә үләнгә ут тоҡанған.
02 хәбәр итә
Майҙың 21-енән 28-енә тиклемге арауыҡта район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 52 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә бурға төшөү (1), урман янғыны (2), ялған документтар эшләү (1), шәхси документтар юғалтыу (2), кеҫә телефоны юғалтыу (1), алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу (2), законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлау (1), рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу (1), зыян күреүселәр булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), ғаилә низағы (4), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), битлек режимын боҙоу (2) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 77 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 64. Бер кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас