Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 08:30

Ҡәҙерле балалар! Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был көн балаларҙың хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе булыуын иҫтә тотоу өсөн булдырылған. Беҙ, өлкәндәр, балаларыбыҙҙың һаулығын нығытыу, уларҙы дөрөҫ итеп тәрбиәләү һәм киләсәктәре яҡты булһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Ҡәҙерле балалар! Алда Һеҙҙе оҙайлы каникулдар көтә, йәйге ялығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен, яңы асыштарға һәм сағыу тәьҫораттарға бай булһын! Сәләмәт һәм шат булығыҙ, ата-әсәләрегеҙҙе гел генә ҡыуандырып тороғоҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле баласаҡ һәм һәр көнөгөҙҙөң бәхеткә тулы булыуын теләйем!
Читайте нас: