Республика биләмә-һендә 2021 йылдың 24 майынан 13 октябренә тиклем “МӘК-2021” тигән шартлы исем аҫтында комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы үтә.
Уның маҡсаты – тәбиғи сығанаҡлы наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау, киҫәтеү һәм тикшереү, шулай уҡ составында наркотик йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәр үҫтерелгән законһыҙ сәсеүлектәрҙе һәм ҡырағай үҫеүсе шундай үҫемлектәр урынын асыҡлау һәм юҡ итеү.
Район биләмәһендә йәшәүсе граждандарға, КФХ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ объекттары етәкселәренә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына һәм башҡа ер хужаларына үрҙә аталған операция барышында иғтибарлы булырға, составында наркотик йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙең (мәк, киндер һ.б.) үҫеүенә юл ҡуймаҫҡа саҡырабыҙ.
Наркомания – бик хәүефле һәм мәкерле мауығыу. Уны күмәк көс менән генә туҡтатырға мөмкин. Йәш быуынды ошо мәкерле тоҙаҡҡа эләгеүҙән һаҡлайыҡ.