Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2021, 10:00

Һуғыш балаһы хәтирәләре

Атайһыҙ үҫеүе ҡыйын булды. Берәйһе насар һүҙ әйтһә, йәберләһә, атайым булһа, яҡлар ине, тип илай инем.

Атайһыҙ үҫеүе ҡыйын булды. Берәйһе насар һүҙ әйтһә, йәберләһә, атайым булһа, яҡлар ине, тип илай инем.
...Олатай ҡулында ҡәҙерле үҫтем мин. Уның йорто бер станция һымаҡ булды: үтеп барған кешеләр, Ерьес (Иҙрис) бабай, айран йә ҡатыҡ, сәй генә эсереп ебәрһәң ине, тип инерҙәр ине. Олатайым бер кемде лә буш сығарып ебәрмәне.

Бер көндө Иҫәнғаҙы ауылынан өс әбей (атайҙың әсәһе лә бар) килеп инделәр. Өйҙәгеләр самауыр ҡайнатып ултыртты. Олатай һалдан алып ҡайтҡан әмерик порошогын (бер сәй ҡалағы ғына) самауыр һыуына һалып ебәрҙе. Өләсәйҙәр, шәкәр тәме ҡайһылай һәйбәт, тип сәй эсәләр. Өләсәй: «Балам, атайың ҡайҙа?» - тип һорай. Ә мин: «Быныһы оло атайым, бәләкәй атайым һуғышта», - тип яуапланым. «Эй, бала, кешенең ике атайы була, тип уйлайҙыр инде», - тип әйткәндәре хәтерҙә.

Красноармеец (ололар шулай әйтәләр ине) балаһына ярҙамға тип бер күк ҡаймалы ҡыҙыл туҡыма, (материалы бөтөнләй икенсе) биргәндәр ине, трофейный булғандыр, күрәһең.
Һине район үҙәгенә алып килергә ҡуштылар, тип олатай (әсәйҙең атаһы) бер ваҡыт мине эйәртеп Собханғолға алып килде. Сәйетәхмәт Ҡолдәүләтов - ауыл советы етәксеһе - ябай, кешелекле ағай ине. Магазиндарға мине үҙе эйәртеп йөрөп, бер йөн шәл, күлдәк, аяҡ кейеме алып бирҙе. 18 йәшкә тиклем 40 һум пенсияны почтанан барып ала инем, башҡа ярҙам хәтерләмәйем.

Байғаҙыла уҡығанда директор Миһран ағай Баязитов: «Роза, моҡсай алып кил, мин һиңә ярҙамға арыш оно бирәм», - тигән ине. Интернатта йәшәнек, моҡсайҙы ҡайҙан табайым инде. Мине ул һүҙҙәр ныҡ ғәрләндерҙе (үҫмер саҡ булғанғалыр).

Олатай ике туған апайым Заһира Ишморатоваға, Розаны үҙең көт, бер кемгә лә бирмә, тигән. Апайым Яңы Усманда йәшәне, яҡшы көн иттеләр.

Бөрйәндә самолет оса ине, уның тауышын ишетеү менән беҙ, һуғыш балалары, аяҡтарҙы һыҙыра-һыҙыра «һә» тигәнсе ҡаршы тауға менеп етәбеҙ ҙә: «Самолет, беҙҙең атайҙарҙы төшөрөп кит!» - тип ҡысҡырабыҙ. Ул Маҙалы тауы өҫтөнән үтеп, Әтек ауылы өҫтөнән борола ине. Был юлы алып ҡайтмағанһың, икенсе килгәндә алып кил, тип ҡысҡырып ҡалабыҙ ҙа, тауҙан тәгәрәй-тәгәрәй шыуып төшәбеҙ.

Ә атай 1942 йылдың апрелендә Ленинград өлкәһе Дубовик исемле ерҙә ҡаты бәрелештә һәләк булған. Миңә ул турала әйтмәгәндәр. Атайым ҡайтыр, тип көтә инем.
Әсәйемде ағас ҡырҡырға Күркәтау яғына ебәргәндәр. Йәш, тәжрибәһеҙ ҡатын атаһының яратҡан ғына кинйә ҡыҙы була. Ошо эштә уны ағас баҫҡан.

Атайһыҙ үҫеүе ҡыйын булды. Берәйһе насар һүҙ әйтһә, йәберләһә, атайым булһа, яҡлар ине, тип илай инем. Бөгөн йәш әсәйҙәргә, еңел аҡылға бирелеп, балағыҙҙы атайһыҙ итергә ашыҡмағыҙ, тип әйтке килә. Балалыҡ аҡылы менән: «Әлдә әсәйем үлгән әле, икенсе атайға барһа, мин ҡабул итә алмаҫ инем», тип уйлай торғайным.

«Һуғыш балалары» тигән миҙалым бар. Республика башлығы, аҡсаһы ла булыр, тип вәғәҙә итте.
Һуғыш балалары ла берәм-берәм китеп бөтөп бара инде. 26 класташымдан 9-10 ғына тороп ҡалғанбыҙ. Ваҡыт рәхимһеҙ, ҡәҙерен белеп етмәй, ауырлыҡта үтте бала саҡ. Хәҙерге быуындар ҡәҙерен белеп, бәхетле, һуғыштың нимә икәнен белмәй йәшәһендәр ине.

Һүрәттә:
Роза Әнүәр ҡыҙы Сәлихова (һулдан беренсе баҫып тора) апайы Заһира Ишморатова һәм уның балалары менән.
Читайте нас: