Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2021, 12:00

Мәсет төҙөү –сауаплы эш

Олег Ғәлиевты эҙләп, атайым менән Ағиҙел ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан мәсет эргәһенә барып туҡтаныҡ.

Олег Ғәлиевты эҙләп, атайым менән Ағиҙел ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан мәсет эргәһенә барып туҡтаныҡ.
Бик матур мәсет төҙөп йөрөйҙәр икән. Ислам Йомағолов, Сабир Яубаҫаров, Олег Ғәлиев ағайҙар эшләп йөрөй ине. Атайым үҙ йомошон йомошлап, һөйләшерен-һөйләшкәнсе, Ураҙа ғәйетенә әҙерлек алып барыусы Самат хәҙрәт тә килеп етте. «Әссәләмү-ғәләйкүм!» - тип иҫәнләште беҙҙең менән. «Мәктәп бинаһында ураҙа ғәйетен үткәрергә тип йөрөп ятыу», - тине ул. Форсат тейгәндә хәҙрәттән мәсет хаҡында ҡыҙыҡһындым.

- 2016 йылда Айҙар хәҙрәт Әхмәтов инициативаһы менән төҙөлә башланы иман йорто. Халыҡ бик ихлас ярҙам итә. Бушыраҡтары килеп эшләшеп китә, аҡса күсерәләр. Ер мәсьәләһе оҙаҡ хәл ителмәй торҙо. Дәүләтбаевтар, Марат Ҡарасурин, Райхана Фазлетдинова ер бүлеп бирҙеләр. Әҡлимә Юлтыева реклама менән ярҙам итә. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Ғәрифә Алтынбаева, Рәйсә Ишкинина, Фәриҙә Ҡолдәүләтова, Йыһанур Сәлихов (мәрхүм), Салауат Төлкөбаев, Йәҙгәр Ғазин, Урал Мөхәмәтғәлин (кирбес һала), Салауат Кәримов, Айнур Дәүләтбаев һәм башҡалар бик ихласлыҡ күрһәтте. Онотолоп, әйтелмәй ҡалғандар булһа, ғәфү итһендәр. Ауылдыҡылар ғына түгел, хатта район үҙәгенән дә килеп ярҙам итәләр, - тине Самат хәҙрәт.

Айҙар хәҙрәт, Хәсән хәҙрәт һәм Самат хәҙрәткә изге эштәрен имен-аман тамамларға яҙһын, тип теләйек.
Читайте нас: