Район хакимиәтендә терроризмға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте.
Унда Рәсәй гвардияһы һәм урындағы полиция бүлеге вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары ҡатнашты. Бөгөнгө көндә райондың мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ниндәй саралар күрелә? Белем биреү учреждениелары тейешле кимәлдә һаҡланамы һәм яуаплылыҡ кемгә беркетелгән? Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышының көн тәртибендә ошо һорауҙар ҡаралды.
Ултырышта район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов яңы ғына күрше Татарстанда булған фажиғәле хәлгә айырым туҡталды, белем биреү учреждениеларын террорҙан һаҡлау саралары менән тәьмин итеүҙең мөһим эш икәнен, мәғариф ойошмаларында эшләүселәрҙең бәлиғ булмаған балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәктәп етәкселәренә уяу булырға, урындарҙа күнекмәләр, инструктаждар кеүек иҫкәртеү сараларын даими үткәреп торорға, балаларҙың тәртибен контролдә тоторға, айырыуса социаль селтәрҙәрҙе мониторингларға, тикшереп торорға һәм анализларға тәҡдим итте.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфитдинов Ҡазандағы фажиғәнән һуң террорға ҡаршы әҙерлекте, хәүефһеҙлекте тикшереү маҡсатында комиссия менән райондың мәғариф ойошмаларына йөрөүҙәре хаҡында һөйләне.
Илшат Ғаяз улы белдереүенсә, бөгөнгө көндә район мәктәптәренең, балалар баҡсаларының, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының хәүефһеҙлек паспорттары бар. Райондағы 48 объект, шул иҫәптән 26 дөйөм белем биреү мәктәбе, 2 төп дөйөм белем биреү мәктәбе, 6 башланғыс мәктәп - балалар баҡсаһы, 6 балалар баҡсаһы һәм 8 мәктәпкәсә төркөмдөң берәүһе хәүефһеҙлек буйынса 1-се категорияға ҡарай, 24 объект – 3-сө категорияға һәм ҡалған учреждениелар 4-се категорияға инә.
Мәғариф объекттарын хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү буйынса эштәр дауам итә. Учреждениеларға видеокүҙәтеү, тауышлы хәбәр иткес, “Хәүеф кнопка”лары менән тәьмин итеү, домофондар, янғынға ҡаршы ишектәр ҡуйҙырыу өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы тарафынан 2020 йылда 2 млн. 69 мең һум аҡса бүленгән. Байназар, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасип, Килдеғол, Тимер ауылдары һәм Иҫке Собханғол ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһына домофон, өҫтәлмә видеокамералар ҡуйылған. Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол төп дөйөм белем биреү мәктәптәренә “Хәүеф кнопка”лары, өҫтәлмә видеокамералар урынлаштырылған һәм Росгвардияның Белорет ҡалаһы буйынса “Охрана” дәүләт бюджет учреждениеһы менән килешеү төҙөлгән. Иҫке Собханғол урта мәктәбенә СКУД (система контроля управления доступом) урынлаштырылған.
2021-2022 йылдарҙа белем биреү учреждениеларының терроризмдан һаҡланыуын нығытыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән БР Мәғариф министрлығы тарафынан 4 млн. 138 мең һум аҡса ҡаралған. Ул Әбделмәмбәт, Байназар, Ырғыҙлы, Иҫке Собханғол, Аҫҡар урта мәктәптәренә, Кейекбай, Ҡотан, Ҡурғашлы, Яңы Монасип, Иҫке Собханғол һәм 2-се һанлы Иҫке Собханғол башланғыс мәктәп-балалар баҡсалары объекттарына йүнәлтеләсәк.
Мәктәптәрҙә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, терроризм һәм экстремизм бәләләренә ҡаршы тороу йәһәтенән лицензиялы «ААмир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең шәхси һаҡлау предприятиеһы тарафынан 10 объектта һаҡлау ойошторолған.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы вәкиле Л. Яхина филиалда терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарының үтәлеше, уҡыу йылы барышында уҡыусылар менән үткәрелгән профилактик саралар тураһында һөйләне.
Ултырышта шулай уҡ Белорет районы буйынса ведомствонан тыш һаҡ бүлеге начальнигы Денис Әйүпов мәктәптәрҙәге “Хәүеф кнопка”ларының мөһимлегенә туҡталып китте. Эске эштәр бүлексәһенең ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы Хәлит Әминев һәм янғын һүндереү бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов “Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры базаһында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәлендә террорға ҡаршы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү саралары тураһында сығыш яһаны.
Сығыш яһаусыларҙы тыңлап, барлыҡ һорауҙарҙы ла ҡарап сыҡҡандан һуң, комиссия тарафынан бөтә мәғариф учреждениеларына ла террорға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә, инженер ҡорамалдарына ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итергә, объекттарҙың махсус хеҙмәттәр тарафынан һаҡланыуын тәьмин итергә, объекттарҙың биләмәһендә техника, бигерәк тә сит кешеләрҙең автотранспортын ултырыртыуҙы тыйырға, уҡыусылар менән эшләүҙә социаль педагог, психологтарҙы йәлеп итергә, хәүеф төркөмөнә ҡараған балалар асыҡланһа, улар менән тәрбиәүи-профилактик саралар үткәргәндә ата-әсәләрҙе, медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итеп, проблеманы хәл итергә тигән ҡарар ҡабул ителде.