Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2021, 11:00

Аҡ юл һеҙгә, апай-ағайҙар!

Бына тағын бер уҡыу йылы аҙағына яҡынлашты. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - берҙәм дәүләт имтихандары көтһә, икенсенән, бына-бына улар бала саҡ илен ҡалдырып, оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ. Уларҙың бер нисәһенән уй-хыялдары хаҡында һораштым.

Бына тағын бер уҡыу йылы аҙағына яҡынлашты. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - берҙәм дәүләт имтихандары көтһә, икенсенән, бына-бына улар бала саҡ илен ҡалдырып, оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ. Уларҙың бер нисәһенән уй-хыялдары хаҡында һораштым.
Зилиә Буранбаева:
- Ҡайҙа уҡырға барыуым сер булып торһон. Класташтарым хаҡында күберәк һөйләгем килә. Балалар баҡсаһынан алып бергә үҫкән, беренсе класҡа бергә килгән, ошо көнгә тиклем бер класта уҡыған кешеләр улар. Мин улар менән ғүмер буйы бергә ҡалырға риза булыр инем. Улар шул тиклем ярҙамсыл, ҡыйын саҡта һәр береһе ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Класташтарым һәр саҡ минең күңелемдә буласаҡ.
Ҡыйын да, рәхәт тә. Алда торған имтихандар, мәктәп менән хушлашыу күңелемдә һағыш тойғоһо уята.
Заһиҙә Моратшина:
- Табип булыу - иң ҙур хыялым. Шуның өсөн БДМУ-ға инергә уйлайым. Уҡыусыларға теләгем - мәктәптә уҡыған ваҡыттың ҡәҙерен белегеҙ, сөнки мәктәп йылдары һиҙелмәй генә үтә лә китә. Класташтарым менән уҡыған мәлдәр минең өсөн бик ҡәҙерле. Һабаҡташтар менән һәр дәрес күңелле үтте. Әлбиттә, эстән ҡыуанам да, тулҡынланам да әҙерәк. Сөнки мин оло тормош юлына аяҡ баҫам.

Сәлимә Дәүләтшина:
- Ҡайҙа уҡырға барырға теләүем һәм ниндәй һөнәр һайлауым әлегә сер булып ҡалһын.
Мәктәптә үткән һәр көн - тарих. Тик һәр кемдең үҙенән генә тора ул тарихтың ниндәй буласағы. Шулай уҡ мәктәп йылдарындағы ғүмерлеккә хәтерҙә ҡаласаҡ ваҡыттың нескәлектәрен тойоп, фотоға төшөп барырға кәңәш итер инем.
Беҙ 11-се класты 18 уҡыусы тамамлаясаҡбыҙ. Класташтарымдың һәр кемеһенең үҙ хыялдары, уларға мин тик уңыштар ғына теләйем. 11-се класҡа килгәс, уҡыу йылы башланған ваҡытта, май айы әле генә килеп етмәҫ кеүек ине. Бөгөнгө көндә артҡа ҡараһам, бик күп һынауҙар, ауырлыҡтар аша үтеп, 11-се кластың аҙағына килеп еткәнмен. Миңә бер аҙ моңһоу ҙа, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла.
Оло юлға аяҡ баҫасаҡ сығарылыш класс уҡыусыларына аҡ юл теләйек!
Читайте нас: