Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2021, 11:05

ЙӨКЛӨ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРҒА ҺӘМ БАЛАЛЫ ҒАИЛӘЛӘРГӘ ТҮЛӘҮҘӘР

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ентекләберәк – артабан.

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам саралары тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ентекләберәк – артабан.
Документҡа ярашлы, 1 июлдән һигеҙ йәштән 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә республикала балалар йәшәү минимумының яртыһы күләмендә айлыҡ түләүҙәр ҡаралған. Был ил буйынса уртаса 5,6 мең һум.
Бынан тыш, 1 июлдән 12 аҙнаға тиклем йөклөлөк буйынса медицина ойошмаһына иҫәпкә баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙар ай һайын йәшәү минимумынан 50% ала башлай.
1 сентябрҙән һигеҙ йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы уртаса эш хаҡынан 100% күләмендә түләнә.
Балалар хаҡында хәстәрлектең сираттағы саралары бик күп ғаиләләргә һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.
Читайте нас: