Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2021, 08:35

Хөрмәтле китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!
1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Указға ярашлы, был матур көн Рәсәйҙең бөтә китапханасылары, китап һөйөүселәр, уны ижад итеүселәр, һаҡлаусылар һәм уҡыусылар өсөн һөнәри байрам булып тора.

Китапхана элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Беҙҙең районда 21 китапханала 31 хеҙмәткәр милли һәм донъяуи мираҫты һаҡлау, китап уҡыусыларҙы мәғлүмәт менән һәр саҡ юғары кимәлдә тәьмин итеү буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара.

Байрам көнөндә айырым рәхмәт һүҙҙәрен бай эш тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлашыусы ветерандарға еткерәм.

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, районыбыҙ хаҡына эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйем!
Читайте нас: