Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2021, 10:00

Эшен яратып башҡара

Китап кеше тормошонда ифрат ҙур урын алып тора. 27 май - Китапханасылар көнө.

Китап кеше тормошонда ифрат ҙур урын алып тора. 27 май - Китапханасылар көнө.
Һеҙ һүрәттә күргән Айһылыу Әхмәт ҡыҙы Мырҙағолова Иҫке Монасип ауыл китапханаһында 1997 йылдан алып эшләй, Өфө китапхана техникумын тамамлаған. Китапханасы китап биреп ултырыусы ғына түгел, ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, тарихсы ла, психолог та, педагог-тәрбиәсе лә.

Үҙем айға бер-нисә тапҡыр китапханаға барып ҡайтам. Ҡунаҡ әҙ ултыра, күп һынай, тигәндәй, шул арала Айһылыуҙың үҙ эшенә мөкиббән киткән, һәр кемдең күңеленә асҡыс, йылы һүҙ таба белгән, ярҙамсыл, ябай кеше булыуына һоҡланып ултырам. Айырыуса балалар ярата үҙен. Айһылыу үҙе лә бер генә баланың да һорауын, кәйефен, күҙ ҡарашын күҙ уңынан ысҡындырмай: оялсанын дәртләндерә, үтә әрһеҙен ипле генә тыя, йоҡа кейенгәнен, һаулыҡты һатып алып булмай бит, тип шелтәләп ала.

«Кеше китап уҡыймы?» - тип һораным бер көн. «Элекке кеүек күп уҡыйҙар тип әйтеп булмай, әлбиттә, әммә уҡырға яратыусылар, аҙна һайын килеп күп итеп китап алыусылар бар. Хәҙерге балалар уҡыуҙы компьютерға текәлеп ултырыуға алмаштырҙы, үкенескә ҡаршы. Уҡыған кешенең тел байлығы, фекерләү ҡеүәһе үҫешә, ижади һәләте арта, уҡыған бала инша, диктанттарҙы хатаһыҙыраҡ, матурыраҡ яҙа, тип йыш ҡына туҡып торам. Тик башҡорт балаһының туған телен рус теленән насарыраҡ белеүе хәүефләндерә», - тип теле, милләте өсөн ысын күңелдән борсола илһөйәр китапханасы.
Китапханала Айһылыуҙың үҙ көсө менән булдырылған мини-музей ҙа иғтибарға лайыҡ.
«Экспонаттар һаны алтмыштан үтте, балалар ҙа, ололар ҙа бик ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар», - ти ул.
Папкаларға бик күп мәғлүмәт туплаған: «Һуғыш һәм тыл ветерандары», «Арҙаҡлы ауылдаштар», «Һаулығың - байлығың» һ.б.

Нескә күңелле, матурлыҡты тоя белгән ижад кешеһе лә ул. Сценарий яҙғанда, ярашлы шиғыр таба алмаһа, үҙе лә шиғыр сығара, сараларҙы бик мауыҡтырғыс итеп алып бара. Һәр иҫтәлекле датаға, юбилейҙарға саралар үткәреп, дәртләнеп эшләй Айһылыу. Еңеү көнө менән тыл ветеранын ҡотлап ҡыуандырһынмы, мәсеттә өмәлә ҡатнашһынмы, китапханаға килә алмаған кешеләрҙең өйөнә китап –журналдар алып барып уҡытһынмы - һәр эшен ихлас күңелдән башҡара китапханасы. Уның күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты китапханасыбыҙҙың үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарыуы хаҡында һөйләй.
Читайте нас: