Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2021, 09:00

Тырышлыҡ уңыш килтерә

Гүзәлиә Ҡасҡынбаева менән Марсель Ҡарамырҙиндар районда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йәш ғаиләләрҙең береһе.

Гүзәлиә Ҡасҡынбаева менән Марсель Ҡарамырҙиндар районда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән йәш ғаиләләрҙең береһе.
2017 йылдан үҙ магазиндарын булдырып, халыҡҡа төрлө көнкүреш тауарҙарын тәҡдим итәләр.
Баймаҡ егете Марсель зоотехник һөнәрен, ә Гүзәлиә иһә уҡытыусы һәм иҡтисадсы һөнәрҙәрен үҙләштергән. Үҙҙәренә ярашлы эш урындары булмағас, магазинға һатыусы булып урынлашалар.
- Һатыу эшендә 2011 йылдан эшләйбеҙ. Икәүләп «Гефест» магазинында 6 йыл көнкүреш техникаһы менән сауҙа иттек. Ул магазинды хужалары икенсе районға күсергәс, Марсель үҙебеҙгә шундай магазин асырға тәҡдим итте. Эштең нескәлектәренә төшөнөп бөткән инек. Үҙ көсөбөҙ менән электроҡорамалдар һәм запас өлөштәр һатыуҙан башланыҡ. Әле һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, газ плиталары, телевизор, велосипед, мотоблок кеүек эре әйберҙәр менән бергә башҡа төрлө ваҡ көнкүреш тауарҙары ла тәҡдим итәбеҙ, - ти Гүзәлиә.

Бөгөнгө көндә Марсель «Ансар» сауҙа үҙәгендә сантехника тауарҙары һәм запчастар һатһа, Гүзәлиә ҡаршылағы «Орион»да көнкүреш техникаһы менән сауҙа итә. Марсель буш ваҡыттарында өйҙәргә һыу индереү, йылылыҡ үткәреү менән дә шөғөлләнә.

-Кешегә кәрәкле һәм сифатлы әйбер килтерергә тырышабыҙ. Тауарҙы күберәк Пермь, Силәбе өлкәләренән ташыйбыҙ. Заказ менән дә алдырыусылар бар. Ҙур техникаға бүлеп түләү мөмкинлеге булдырҙыҡ, - ти йәштәр.

Интернетта төрлө конкурстарҙа спонсорлыҡ күрһәтеү, магазинда лотерея, уйындар ойоштороуҙан, ирекмәндәр эшенән дә ситтә ҡалмай эшҡыуар ғаилә.

Әйткәндәй, ғаиләләренең барлыҡҡа килеү тарихы бик үҙенсәлекле. Интернетта башҡорт чаты төркөмөндә танышып, тәү күреүҙән бер-береһен оҡшатып, ҡауышҡан улар. Ун йыл элек барлыҡҡа килгән ғаиләнең 7 йәшлек ҡыҙҙары Лиана һәм 11 айлыҡ Илназ исемле улдары үҫеп килә.

–Ике бәпесемә лә 1 ай тигәндә эшкә сығырға тура килде. Балалар, ғаиләбеҙ өсөн тырышып эшләйбеҙ. Балаларымды көтөшкән, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған әсәй-ағайыма рәхмәт, - ти Гүзәлиә.
Заман талабына ярашлы тырышып эшләгән, йәшәгән йәштәргә уңыштар теләйһе ҡала.
Читайте нас: