Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2021, 11:00

Йәш һайлаусылар көнө

Бөрйән районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында Йәш һайлаусы көнөнә арналған сара үткәрҙе. Унда 11-се синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Бөрйән районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында Йәш һайлаусы көнөнә арналған сара үткәрҙе. Унда 11-се синыф уҡыусылары ҡатнашты.
Сараның төп маҡсаты һәм бурыстары – йәш һайлаусыларҙы Рәсәй Федерацияһының һайлауҙар тураһындағы ҡануниәте, һайлау кампанияларын үткәреү тәртибе менән таныштырыу, уларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү, һайлауҙарға йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итеү.

Йәш һайлаусылар көнөндә территориаль һайлау комиссияһы секретары Лилиә Ғайсина менән территориаль һайлау комиссияһының система администраторы Лилиә Уразаева “Умники и умницы” тигән интеллектуаль уйын ойошторҙолар. Барлыҡ уҡыусылар ҙа уйында бик әүҙем ҡатнаштылар һәм һорауҙарға яуап бирҙеләр. Наил Ҡарабаев, Илшат Вәлиев һәм Венера Хәбибуллина зиһен байлығы, белемлелек талап иткән был уйындың еңеүселәре булды. Уларҙы ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле йәш һайлаусылар! Һеҙгә алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға өлгәшеүҙә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, иртәгәге көнөгөҙгә ышаныс теләйбеҙ. Районыбыҙҙың, республиканың һәм илдең киләсәге һеҙҙең ҡулдарҙа.
(Мәҡәлә Бөрйән районы муниципаль районы территориаль һайлау комиссияһы тарафынан әҙерләнде).
Читайте нас: