Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2021, 10:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Үткән аҙнала район биләмәһендәге урмандарҙа өс урында янғын осраҡтары теркәлгән. Хөрмәтле райондаштар! Көндәр эҫе, ҡоро тора, барығыҙҙы ла һаҡ булырға саҡырабыҙ.

Үткән аҙнала район биләмәһендәге урмандарҙа өс урында янғын осраҡтары теркәлгән.
Хөрмәтле райондаштар! Көндәр эҫе, ҡоро тора, барығыҙҙы ла һаҡ булырға саҡырабыҙ.
Демография
Үткән аҙнала гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә 5 сабыйҙың тәүге документтары тултырылған. Яңы ғаилә ҡороусылар теркәлмәгән. 3 пар никахын тарҡатҡан. 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Үткән аҙнала район биләмәһендәге урмандарҙа өс урында янғын осраҡтары теркәлгән.
Хөрмәтле райондаштар! Көндәр эҫе, ҡоро тора, барығыҙҙы ла һаҡ булырға саҡырабыҙ.
02 хәбәр итә
Майҙың 13-өнән 21-енә тиклемге ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 56 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә бурлыҡ (1), мутлашыу (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), документтар юғалтыу (3), битлек режимын боҙоу (6), ғаилә низағы (4), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 98 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 74.
Читайте нас: