Уйлай китһәң, күңел сөңгөлөнә төшһәң, һәр кемдең ғүмере – том-том китаплыҡ. Һәр кемдең ошо китабы һынауҙарҙан хасил. Әммә ошо һынауҙарҙа һынғаны-һығылғаны, тотош ғүмерен зар яланына әйләндергәне менән бер рәттән күркәм холҡо, иман байлығы, рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, һүнмәҫ өмөтө менән уны башҡаларға үрнәк иткәндәре лә бар. Мәҡәләм геройы – һуңғылар иҫәбендә.
Бөрйәнебеҙҙең матур ауылдарының береһендә – Мораҙымда йәшәүсе Рәхилә апайым Әминева – әсәйем мәрхүмәнең бер туған һеңлеһе. Тыумышы менән улар – Ғәлиәкбәр ауылынан.
Олатайым Мостафа Ғилман улы менән өләсәйем Алмабикә Вәлиулла ҡыҙы Әминевтарҙың ғаиләһендә теләп кенә алған балалары була апайым.
1941 йылдың 17 апрелендә донъяға ауаз һала ул. Тик уларға ҡыуаныс-шатлыҡтарға төрөнөп рәхәт тормошта йәшәргә яҙмай – бөтә донъяны ҡара ҡайғыларға һалып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана...
Беренселәрҙән булып олатай һуғышҡа алына. Ул киткәндә Рәхилә апайыма ни бары 5 ай ғына булып ҡала.
Һуғыштың ҡайһы ғаиләгә бәхет килтергәне бар? Олатай ҙа шул китеүенән иленә әйләнеп ҡайтмай. 1943 йылда “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ ғына килә...
Шулай итеп, өләсәйем ике бәләкәй ҡыҙы менән яңғыҙ ҡала. Ул эшкә әрһеҙлеге, сабыр холҡо, сәмселлеге менән алдыра. Ике ҡыҙын да кеше араһында кәм-хур итмәй, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерә.
“Һуғыш ваҡытында, унан һуңғы ҡытлыҡ йылдарҙа беҙҙе бер ваҡытта ла ярҙамынан ташламаған олатайым менән өләсәйем булмаһа, беҙҙең ғаиләгә үтә ҡыйынға тура килер ине”, - тип иҫкә ала ауыр йылдарын Рәхилә апай.
8-се класты тамамлағас, артабан уҡыуын дауам итә алмай – ауылдағы “Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә сайыр йыйыусы булып эш башлай.
Ҡыш көндәре ҡап, септә һуғалар, сабата үрәләр. Ә кистәрен, эштән һуң буш ваҡыттарында әхирәттәре менән матур-матур таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар, карауат ябыуҙарын селтәрләп сигәләр. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәренә бирнәлек әҙерләйҙәр. Ул ғына ла түгел, сергетыштар, матур-матур балаҫтар һуғалар. Был эштәрҙең барыһы ла шәм яҡтыһында эшләнә.
Шулай итеп, ҡыҙҙар, ил өҫтөнә килгән ауырлыҡтарға бирешмәй, эш өҫтөндә сынығып, буй еткерәләр.
Башта әсәйем Мораҙым ауылына килен булып төшә, һуңынан Рәхилә апайымды, икебеҙ бер ауылда булырбыҙ, тип, димләп, үҙ янына ала.
1964 йылда яңы ғаилә барлыҡҡа килә – Рәхилә апайым еҙнәйем Әминев Фауаризға кейәүгә сыға. Башта, үҙ донъяларын төҙөгәнсе, ҡәйнәһе Шәмсиямал ҡоҙағый менән йәшәйҙәр. Ҡәйнә менән килен үҙ-ара дуҫ, татыу көн итәләр.
Еҙнәй эшкә әрһеҙ, егәрле була. Заманына күрә матур итеп, Үрге туғайға беренселәрҙән булып нигеҙ ҡора, йорт һала - донъя төҙөй.
Икеһе лә ең һыҙғанып фермала эшләйҙәр. Апайым байтаҡ йылдар һыйыр һауҙы, һуңғы бер нисә йылда быҙау ҡараны. Ә еҙнәй алыштырғыһыҙ көтөүсе булды – һауын һыйырҙарын көттө.
Ғаиләгә йәм, ғәм өҫтәп бер-бер артлы Флүзә, Әнүзә, Фуат, Самат тыуа.
Тормош булғас, һауыт-һаба шылтырамай тормай – төрлө ваҡыттар була. Ғаиләне һаҡлап ҡалырға ҙур аҡыл, сабырлыҡтары етә.
Олоғая килә, өләсәйемде үҙҙәре янына күсереп алалар. Һәйбәт итеп ҡарап, хөрмәт күрһәтеп һуңғы юлға оҙаталар.
Балалар ишәйеп, донъялар яҡшы яҡҡа үҙгәргәс, тағы ла ҙурыраҡ итеп йорт һалалар. Ҡыҙҙарҙы уҡытып, белем алырға ярҙам итәләр. Кейәүгә биреп, туйҙар үткәрәләр.
Тормош тигәнең һынауҙарын да биреп кенә тора. 2015 йылдың яҙында бөртөкләп йыйған донъялары янып, юҡҡа сыға. Бәләкәй улы Самат, Нурсилә килен, өс бала менән бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалалар.
Кемдең кем икәне бәлә килгәндә беленә, ти. Ауыл халҡы, туғандар, таныштар, хатта ҡырғы ауылдарҙан изге күңелле кешеләр ҙур ярҙам күрһәтәләр. Кеме аҡса, кеме кейем-һалым, бәғзеһе аҙыҡ-түлек менән. Тәүге осоро ярҙам ҡулы һуҙып килгән кешеләрҙән өҙөлмәй китәләр. Ауыл халҡы, туғандары ярҙамы менән ҙур йорт бөтөрөп сығалар.
- Бәлә килгәндә ярҙамынан ташламаған һәр береһенә рәхмәтлемен, бәлә-ҡаза үҙҙәрен урап үтһен, - тип изге теләктәрен теләп ултыра әле булһа апайым.
Әлеге көндә Рәхилә апайым өлкән ҡыҙы Флүзә менән йәшәй. Икеһе бер-береһенә терәк-таяныс. Флүзә эштә саҡта тере йоҙаҡ. Бүтән балалары ла иғтибарынан ситтә ҡалдырмай – килеп-китеп торалар, йә ҡунаҡҡа алып ҡайтып китәләр.
7 ейән, 1 ейәнсәрҙең яратҡан өләсәләре лә, балаларының ҡәҙерле әсәләре лә ул. 2 бүләһе, 1 бүләсәре бар. Ҙур хөрмәткә лайыҡ ҡәйнә лә ул.
Тынғыһыҙ апайым электән донъя көтөргә егәрле булды. Донъяһы һәр ваҡыт таҙа, үҙе аш-һыуға оҫта.
Уның тормош юлы күптәргә фәһем булырлыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, сабыр ғына тормош йомғағын һүтә.
Мин хәл белә барғанда ла ул яратҡан шөғөлө – бәйләм менән була ине. Ырғаҡ менән төрлө төҫлө ептәрҙән диванға япма бәйләй.
Күп юғалтыуҙар, һыҙланыуҙар аша килгән тыныс ҡартлығының һәр көнөнөң ҡәҙерен белергә тырышып ятҡан көнө.
Быйыл ул үҙ ғүмеренең 80-се яҙын ҡаршылаған апайымдың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ.