Балаларҙың иғтибар-һыҙлығы арҡаһында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 10 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ағымдағы йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле хәүефле статистика күҙәтелә. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, күрһәткестәр күпкә хөртөрәк, үлеүселәр һаны 1,5 тапҡырға артҡан. 2021 йылдың 3 айы эсендә 83 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 16 йәшкә тиклемге 8 бала үлгән, 94 бала йәрәхәтләнгән.
Анализ күрһәтеүенсә, аварияларҙың күп өлөшө бәлиғ булмаған пассажирҙар ҡатнашлығында килеп сыға - 51 юл-транспорт ваҡиғаһында 8 бала һәләк булған, 62-һе тән йәрәхәттәре алған.
Был аварияларҙың 40 проценты үткәүелдәрҙә килеп сыҡҡан. Унда бәлиғ булмаған 32 йәйәүле йәрәхәтләнгән.
Балаларҙың иғтибар-һыҙлығы арҡаһында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 10 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиға-ларының һанын кәметеү һәм уҡыусылар тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында 17 майҙан 11 июлгә тиклем район биләмәһендә “Иғтибар – балалар!” исемле иҫкәртеү саралары үткәрелә.