Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2021, 09:30

Төҙөлөш ҡалдыҡтарынан... кәрзиндәр!

...Интернет селтәрен гиҙгәндә бынау кәрзиндәр күҙгә эләгеү менән улар ижад ителгән “оҫтаханаға” елдерҙем.

...Интернет селтәрен гиҙгәндә бынау кәрзиндәр күҙгә эләгеү менән улар ижад ителгән “оҫтаханаға” елдерҙем.
Оҫтахана тигәнем Иҫке Собханғолдо Ағиҙел биҫтәһе яғы менән тоташтырған күпергә яҡын ғына ерҙә – Вилдан Кәримовтың “Строй-двор” ЯСЙ-һы биләмәһендә булып сыҡты. Оҫтаны, Бөрйәндә йәшәүсе Баймаҡ уҙаманын, теге интернетта күренгән кәрзиндәре араһында тап иттем. Алдына әҙерҙәрен теҙгән дә, үреләсәктәрен күҙаллап ултыра ине булһа кәрәк. Ә кәрзиндәрҙең ниндәйҙәре генә юҡ. Балыҡсылар өсөн балыҡ һауыттары ла, бәшмәкселәргә тәғәйенләнгәне лә, бесәйҙәр өсөн оя ла, кибеткә, баҙарға тотоп йөрөй торғандары ла, башҡа төрлөләре лә бар үрелгән кәрзиндәрҙең.

Ниндәй материалдан булыуы ла ҡыҙыҡһындыралыр күптәрҙе. Был мәҡәләнең әтнәкәһе лә тап шунда ла инде... Рим ағай “Стройдвор”ҙа йөк ташыусы булып эшләй. Ә төҙөлөш материалдары һатылған ерҙә «сеймал» етерлек. Панелдәр, кирбестәр һәм башҡа төҙөлөш кәрәк-яраҡтары нығытыла торған таҫмаларҙан үрелә икән кәрзиндәр.

Кәрзиндәрҙең уңайлы булыуын һәр кем белә. Айы-рыуса ҡырға сыҡҡанда кәрәк-ярағыңды, тәғәмеңде кәрзингә һал да машинаңдың багажнигына ултырт та ал. Бер нәмә лә онталмай ҙа, рәүеше лә боҙолмай.

-2015 йылда Иҫке Собханғол мәктәбен төҙөргә килгәйнем. Шунда икенсе яртымды осратып, Бөрйәндә тороп ҡалдым. Ағиҙел биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөшөндә лә ҡатнаштым. Ҡатыным Әтектеке. Ағиҙел биҫтәһендә өйҙө ҡуртымға алып йәшәйбеҙ әлегә, - ти Рим Мөхәмәтдинов.

Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә лә ҡаҙан ҡайнатһа, сос ир-егеттәр бына шулай төҙөлөш сүп-сарынан да бына тигән ижад емеше әтмәләп ҡуя. Донъя көткәндә иш янына ҡуш.

Пенсияла булһа ла, өҫтәп эшләп тә йөрөгән, өҫтәүенә, эш араһында кәрзиндәр ҙә үреүсе Рим ағайға афариндан башҡа ни әйтерһең! Эш юҡ, тип зарланырға яратыусыларға тере миҫал был.
Читайте нас: