Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2021, 11:00

Әсә фатихаһын алған ғалимә

Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып, Байназарҙа үҫкән Мәрйәм Маликова, үҙенең йәшен йәшермәй, ғорурлана ғына. Һикһәнендә лә сағыу, яңғырауыҡлы тауыш менән һөйләй, ялтырап торған тигеҙ тештәрен күрһәтеп, сылтыратып көлөп ебәрә.

Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып, Байназарҙа үҫкән Мәрйәм Маликова, үҙенең йәшен йәшермәй, ғорурлана ғына. Һикһәнендә лә сағыу, яңғырауыҡлы тауыш менән һөйләй, ялтырап торған тигеҙ тештәрен күрһәтеп, сылтыратып көлөп ебәрә.
Башҡортостан Республика-һының атҡаҙанған ауыл хужа-лығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙын үҙенә үҙе юл ярған, үҙен үҙе кеше иткән, тип әйтергә була. Был аяуһыҙ тормошта нығынып киткәнсе күпме михнәттәргә тарый ул! Рухи көс ата-әсәнән, тамырҙан, заттан киләлер, ти ул бөгөн. “Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да генетика көслө”, – ти. Ике олатаһы ла уҡымышлы кешеләр, репрессия ҡорбандары.

Һуғыш мәлендә аслыҡ-яланғас-лыҡ ҡаҡшата Мәрйәмде. Әсәһе бесәнгә үҙе менән алып китә. Ашарға юҡ, һыйыр ауылда ҡалған. Бисәләр бесәндән ҡайтышлай аҡ бәшмәк йыйып, балаларына ҡуҙҙа өтөп бирә. Шунан тәмле ризыҡ юҡ. Бәпкә өйрәһе тәмен дә мәңге онотмай Мәрйәм апай. Сабынлыҡтан ауылға ҡайтҡас, ойотҡан эсеп туя алмай. Әлдә генә һыйыр һөтлө. Майын ашарға түгел, хөкүмәткә тапшырырға кәрәк. Гөбөрҙәтеп һауылған һөт күбеген ялау ҙа бәхет.

Хәйерниса инәйем иген киптергескә эшкә йөрөп, берәр ус бойҙай алып ҡайта башлағас, апайыма (минең ике туған апа-йым ул) әҙерәк хәл инә. Табала йәһәт кенә ҡыҙҙырып, ҡул тирмәнендә тарттырып, әсә сабыйына өйрә бешереп эсерә.

Мәрйәм апайымдың атаһы Ғүмәр Свердловск өлкәһендә 1945 йылға тиклем хеҙмәт армияһында була, һаулығы ҡаҡшағас, тыуған еренә ҡайтарыла. Февраль айында Бөрйән военкоматына килеп ингән ирҙең шинелен кемдер һалдырып алып, ауылына гимнастерка менән генә ҡайтарып ебәрә. “Атайым туберкулездан түгел, һыуыҡ үткәреүҙән үлгән икән дә. Был турала миңә, оҙаҡ йылдар үткәс, Сәғиҙә апайым һөйләне. Әсәйем әйтергә ҡурҡҡандыр инде. Элегерәк ишетһәм, ҡаты һыуыҡта атайымдың шинелен һалдырып алған кешене валлаһи эҙләп табып, күҙҙәренә ҡарар инем!” – ти, әсенеп, апайым. Шул йылдың май айында яҡты донъянан китә атаһы.

Артабан әбейҙәр 25 йәшлек кенә Хәйернисаны, димләп, һуғышҡа тиклем үк тол ҡалған ете бала атаһына - 45 йәшлек Сәләхетдингә кейәүгә бирәләр. Уның улы Ишбулды ат егеп, һыйырҙы арбаға бәйләп, Мәрйәмде алдына ултыртып, Байназарға күсереп алып ҡайта. Яңы ғаиләлә ҡыҙыҡайҙы үгәй бала тип ҡарамайҙар, ныҡ яраталар, иркәләтәләр. Нужаны бала аҙаҡ ҡына, әсәһенең балалары ныҡ ишәйеп киткәс кенә татый.

Мәрйәм апай беренсе класҡа әсәһенең яулығын ябынып, яланаяҡ бара. Йәш кенә, бик мөләйем уҡытыусы Бикә апай балаларға дәфтәр, ҡәләм таратып бирә.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 21 май һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: