Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2021, 14:30

Матур ғаилә - ауыл ҡото

Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ байрамдан - сәләмәт тормошҡа" проекты һәм "Ғаилә көнө" сиктәрендә "Матур ғаилә - ауыл ҡото " тигән темаға сағыу байрам ойошторолдо. Унда ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар советтары вәкилдәре йыйылды.

Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ байрамдан - сәләмәт тормошҡа" проекты һәм "Ғаилә көнө" сиктәрендә "Матур ғаилә - ауыл ҡото " тигән темаға сағыу байрам ойошторолдо. Унда ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар советтары вәкилдәре йыйылды.
Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы инициативаһы менән ойошторолған был сара Әбделмәмбәттәрҙең берҙәмлеген, Ҡыпсаҡ биләмәһендәге йәмәғәтселек ойошмаларының, иң беренсе нәүбәттә, ошо ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе башлығы менән берлектә эшләүе хайран итте.
Ҡыпсаҡтар "Үҙән" халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары менән бергә ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Матур сараның түрен Әбделмәмбәт ауылының 40-50 йыл бергә, татыу йәшәгән матур ғаиләләре биҙәне. Бына улар: Вәсилә һәм Рауил Яхиндар, Рәфис һәм Гөлсирә Дауытовтар, Миңнур һәм Хәҙис Сөләймәновтар, Миңзәлә һәм Мирсат Ҡарамышевтар, Рая һәм Рәжәп Ҡасимовтар. Улар үҙ тормоштарындағы ҡыҙыҡлы, матур мәлдәр, тәрбиә алымдары, бөгөнгө йәштәргә йәшәү серҙәре, тәжрибәләре менән ихлас күңелдән уртаҡлаштылар. Улар - ауылдың иң уңған, тырыш хеҙмәттәре, матур йәшәйештәре менән өлгө булған бынамын тигән ғаиләләре. Был мәртәбәле сарала Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы Президиумы рәисе, район ветерандар Советы рәисе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова, Ҡыпсаҡ биләмәһе башлығы Баязитов Фидан Иштуған улы ҡатнашты һәм, саҡырылған матур ғаиләләрҙе тәбрикләп, уларға йылы һүҙҙәрен әйтеп, бүләкләнеләр. Шулай уҡ Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы тырыш хеҙмәттәре, өлгөлө йәшәйештәре өсөн ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына һәм ауылдың әүҙем йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙҙарына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Район, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре,ҡунаҡтар, ҡыпсаҡтар ауылдың оҫта ҡуллы ҡыҙҙары Хәсибә Ибәтуллина, Зәкиә Муллағолова, Әсмә Мәсәғүтова, Миңзәлә Ҡарамышева, Венера Ҡарамышеваларҙың һоҡланғыс күргәҙмәһе менән таныша алды. Һәр кемдең йөҙөндә оло шатлыҡ, бәхет һәм ҡыпсаҡтарҙың берҙәмлегенә ҡарата ғорурлыҡ сағыла ине. Сара шәп концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. "Үҙән" халыҡ фольклор ансамбленең үҙҙәренә генә хас булған "Килен һөйөү" йолаһы бик матур булды.
"Хазина", "Ләйсән" вокаль ансамблдәренең, Миләүшә Булат ҡыҙы Ғәбиҙуллина етәкселегендәге Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзаларының да үҙенсәлекле ансамбле байрамға йәм өҫтәне. "Дуҫлыҡ" бейеү ансамбленең "Эй буҙаһы, буҙаһы!" бейеүе күңелдәргә дәрт өҫтәне. Мәҙәниәт йортоноң клуб белгесе Сәлимә Ғарифуллина эҙмә-эҙлекле рәүештә сараны бик оҫта алып барҙы. Ҡунаҡтар Сәлимә Ғарифуллинаның "Көҙҙәремә кереп барам" йырын бик яратып ҡабул итте. Артабан Бөрйән районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары араһындағы күсмә штандартты Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Советынан Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ҡабул итеп алды. Штандартты ҡабул иткән мәлдә, районыбыҙҙың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, мәғариф ветераны Шәүрә Сәлихова ил-йортобоҙҙо һәр саҡ имен, матур ғаиләләр биҙәһен, донъяларыбыҙ тыныслыҡ һәм татыулыҡ менән мөлдөрәмә тулы булһын, тигән матур теләктәрен еткерҙе.
Саранан, әлбиттә, һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.Иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, милли ризыҡтарыбыҙҙан һығылып торған өҫтәл артында үткән сара буйынса фекер алышып, алдағы көнгә план ҡороп, тәмле сәй табыны ойошторолдо. Яҙмамды Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының һәм ҡыпсаҡтарҙың дан ғаиләләренең һүҙҙәре менән тамамлағым килә:
- Киләсәгебеҙ нигеҙе - ғаилә. Барыбыҙҙың да бәхетле ҡартлығыбыҙ ниндәй балалар тәрбиәләүебеҙҙән тора. Сөнки, имен ғаилә - имен йәмғиәт, имен киләсәк.
Бик хаҡ һүҙҙәр!
- Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата - әсә - ғаилә тотҡаһы, ә балалар - көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек, - тиҙәр бер һүҙҙән Ҡыпсаҡтарҙың дан ғаиләләре. Ғаиләләребеҙ имен булһа, әлбиттә, киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ!
Сәйҙә Сәйәхова.
Читайте нас в