Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2021, 09:00

Иң мөһиме - һуғыш бөттө

89 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Зөләйха Рахманғолова Иҫке Монасип ауылында йәшәй. Һуғыш башланғанда уға 9 йәш була. Бала сағын ауыр һуғыш йылдары хәтирәләре менән иҫкә ала ул.

89 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Зөләйха Рахманғолова Иҫке Монасип ауылында йәшәй. Һуғыш башланғанда уға 9 йәш була. Бала сағын ауыр һуғыш йылдары хәтирәләре менән иҫкә ала ул.
-Мәктәптә беҙҙе ҡырҙан килгән уҡытыусылар уҡытты. Һуғыш башланыуы тураһында уларҙың һөйләшеүенән ишеттек. Һуғыш нисек була икән ул, тип уйлай торғайным. Алдан да, хәҙер һуғыш башланыр инде, тип һөйләүҙәрен хәтерләйем. Минең атайым оло булғас, уны һуғышҡа алманылар. Ул һунарсы ине. Мин ғаиләлә иң бәләкәйе. Бәләкәй генә булһаҡ та эшкә ҡуштылар. Башта утауҙа, аҙаҡ бесәндә йөрөнөм. Сабыуға шәп булдым. Ныҡ егәрле атайым мине лә эш рәтенә өйрәтте. Кәлтәгәүҙә һарыҡ та көттөм.

Ашағаныбыҙ ойотҡан да кәртүк булды. Норма менән генә ашарға бирҙеләр. Һоло, бойҙай ҙа биргеләнеләр. Бойҙайҙы ҡыҙҙырып, ҡурмас итеп ашаныҡ. Миңә, атаһы бар, атаһы ҡарай, ашата бит, тип норманы гел 200 грамм ғына бүлделәр. Башҡалар 400-500 грамм ала ине. Атайым колхозда кәртүк сәсеү эшендә йөрөнө. Кәртүкте сәскән саҡта, күҙле ерен сәсеп, ҡалғанын беҙгә ҡырҡып алып ҡала. Йәйгеһен шулай ашау эләгеп ҡала ине. Ауылда үҙҙәренә кәртүк сәсеүселәр нишләптер булманы. Ризыҡ етешмәгәс, ҡайһы бер еңгәйҙәр бойҙай урланы, ләкин уларҙы тотоп, төрмәгә алып киттеләр.

Һуғыштың бөтөүе тураһында йыйылышта әйткәндәр. Мин ул ваҡытта һарыҡ көтә инем. Әсәйемдәр ауылға ҡайтарып алдылар. Бөтәһе лә, һуғыш бөттө, тип ҡыуана. Колхоз председателе Афзал Баймырҙин орлоҡҡа тигән тарынан өлөш сығарҙы. Уны төйөп, бутҡа бешереп ашаттылар. Еңеү хөрмәтенә байрам табыны шулай булды. Уға тиклем бутҡа ашағаныбыҙ булмағас, һәйбәт булып ҡалды.

Һуғыш бөтһә лә аслыҡ бөтмәне, бүленгән норма ла шулай ҡалды. Атам да, әсәм дә ҡарт булғас, эшләмәнеләр. Минең эшләгән менән генә йәшәнек. Ҡыйын, тип торманыҡ, иң мөһиме, һуғыш бөттө, тип ҡыуандыҡ. Һуғыш шул тиклем насар нәмә инде, күпме кеше үлде. Беҙҙең ауылға бармаҡ менән генә һанарлыҡ кеше әйләнеп ҡайтты.

Аҙаҡ колхозға трактор һәм башҡа техника килә башлағас, иген була башланы. Шулай йәшәү һәйбәтләнеп китте. Атам үлгәс, әсәм менән генә донъя көтөп ҡалдыҡ. Рәмзи Рахманғолов тигән кешегә кейәүгә сыҡтым. 3 ҡыҙға, 2 улға ғүмер бирҙек, барыһы ла юғары белемле. Яуаплы вазифаларҙа эшләнеләр һәм эшләйҙәр.
Балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен, һуғыш тигән нәмәне күрмәһендәр инде.
Читайте нас: