Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2021, 11:00

Яңы спорт төрө – грэпплинг үҫешә

«Урал» ФОК-ында спорт көрәше - грэпплинг буйынса Изге Рамаҙан кубогына асыҡ турнир үтте.

«Урал» ФОК-ында спорт көрәше - грэпплинг буйынса Изге Рамаҙан кубогына асыҡ турнир үтте.
Ярышҡа Өфөнән БР буйынса грэпплинг федерацияһы президенты Ирек Мостафин һәм тәжрибәле судьялар саҡырылды.
Бындай төр ярыш районда тәүгә үткәрелде.
Бәйгелә «Яугир» клубында (етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин) шөғөлләнеүсе Бөрйән, Әбделмәмбәт, Белорет, Сибай ҡалаларынан 100-гә яҡын бала 7 йәш төркөмөндә көс һынашты.
Еңеүселәр кубок, миҙал һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Грэпплинг федерацияһы исеменән И. Мостафин грэпплинг спорт көрәшен үҫтереүгә мөмкинлек биргәндәре һәм асыҡ турнирҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповҡа, федерация вәкиле А. Нурғәлинға, “Урал” ФОК-ы администрацияһына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ “Яугир” клубы етәкселеге исеменән дә район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповҡа, Т. Ҡасимовҡа, А. Ишкилдинға, А. Яхинға, И. Шәмиғоловҡа Рәхмәт хаттары бирелде.

-Ярыш Бөрйәндә тәүгә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, һәйбәт ойошторолдо. Ата-әсәләргә лә, балаларға ла бик оҡшаны. Улар ҡыуанып, киләһе ярыштарға дәрт алып ҡайттылар. “Яугир” клубында Иҫке Собханғолдан 60-70 тирәһе, Әбделмәмбәттән 30-ға яҡын бала шөғөлләнә, - ти тренер А. Нурғәлин.

Әйткәндәй, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “яугир”ҙәр ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән. Күптән түгел өлкәндәр төркөмөндәге Бөрйән егеттәре панкратион, грэпплинг буйынса тәүге призлы урындарҙы яулаған. Әбделмәмбәт егете Иштуған Шәмиғолов панкратион буйынса Башҡортостан командаһы составына ингән. Волга буйы федераль округында 2-се урынды биләп, Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы алған. Ул күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһында үткән ярышта ҡатнашҡан.

Апрелдә Өфөлә Башҡортостан кубогына үткән ярышта райондан 60-ҡа яҡын бала ҡатнашып, республика буйынса командалар араһында 1-се урынға лайыҡ булғандар.
14-15 майҙа Өфөлә республика чемпионаты һәм Волга буйы федераль округына һайлап алыу туры үткән. Унда 12-19 йәшлек үҫмерҙәр араһында район командаһы лайыҡлы сығыш яһап, 3-сө урынды алған. Бөрйәндән Азалия Төлкөбаева, Алһыу Ырыҫйәнова, Ғәйсәр Нәбиуллин - 3-сө, Камила Түлебаева, Батыр Ишбулатов 2-се урындар яулаған. Әбделмәмбәттән Гүзәл Сәйфетдинова Башҡортостан чемпионы исеменә лайыҡ булһа, Илсиә Әхмәтова 2-се, Батырйән Хурамшин 3-сө булған. Тәүге призлы урындарға сығыусылар Башҡортостан командаһы составына инеп, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуҡтары алғандар. Афарин, “яугир”ҙәр!
Һүрәттә: бер ғаиләнән өс еңеүсе: Эмиль, Камила, Асия Түлебаевтар.
Читайте нас: