Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2021, 10:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 93 протокол төҙөлгән.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 93 протокол төҙөлгән.
Демография
Райондың гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 26 апрелдән алып районда 9 сабый тыуған, 4 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, 4 пар никахтарын тарҡатҡан. 6 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Яңы Собханғолда бер өйгә ут тоҡанып киткән.
02 хәбәр итә
Майҙың 9-ынан 14-енә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 20 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә янғын (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (5), битлек режимын боҙоу (6), ғаилә низағы (4), законһыҙ алкоголь продукцияһы һатыу (1), мутлашыу (1), һунар итеү тәртибен боҙоу (1) осраҡтары бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 93 протокол төҙөлгән.
Читайте нас: