14-16 майҙа Салауат ҡалаһында үткән ярыштарҙа республиканан 23 команда ҡатнашты.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Рәйлә Ғәлина, 70 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Сәмәрә Хәлитова беренсе урын яуланылар! Зөлифә Ибәтуллина (60 кг-ға тиклем) менән Наилә Ғәлина (70 кг-ға тиклем) - 2-се урынға сыҡтылар.
Ир-егеттәр араһында Иҙел Туҡтамышев (70 кг-ға тиклем) – 4-се, Марсель Ибәтуллин (80 кг-ға тиклем) – 5-се, Айрат Хәсәнов (90 кг-ға тиклем) – 3-сө, Ирек Шәмиғолов (90 кг-нан юғары) 4-се урындарҙы яуланылар.
Спортсыларҙы ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.