Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2021, 12:00

Байназарҙа тағы бер парк

Эйе, күмәкләгән яу ҡайтарыу ғына түгел, тотош урман ултыртҡан – ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Байназарҙың әүҙем оло быуын вәкилдәре, хатта ауыл мәсетенең имам-хатибы экологик өмәгә сығып, ураҙа айында изге эш башҡарған.

Эйе, күмәкләгән яу ҡайтарыу ғына түгел, тотош урман ултыртҡан – ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Байназарҙың әүҙем оло быуын вәкилдәре, хатта ауыл мәсетенең имам-хатибы экологик өмәгә сығып, ураҙа айында изге эш башҡарған.
Байназарҙың Ҡурыуҙы битендә парк барлығы күптәргә мәғлүм. Байназар ауылының ир-уҙаманы, район Советы рәйесе, “Башҡортостан Республикаһы урмансы-лыҡтар идаралығы” дәүләт-ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән урмансылығы буйынса бүлеге етәксеһе Илшат Ишбулатовтың инициативаһы менән 2003 йылда ултыртылған ағастар шаулап үҫеп киткән.

- Уҡытыусыбыҙ Ғәтифә Зекриә ҡыҙы класташтар осрашыуында ошо тәҡдимде әйткәйне, шуның һүҙен тотоп эшләгәйнек. Тағы бер парк булдырыу теләге күптән тыуһа ла, уны бойомға ашыра алмай торҙоҡ. Инициативаны Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов шундуҡ күтәреп алды, шәхси эшҡыуар Иштуған Нәҙершин да әүҙемлек күрһәтте, - ти Илшат Ғәлимйән улы.

Эйе, күмәкләгән яу ҡайтарыу ғына түгел, тотош урман ултыртҡан – ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Байназарҙың әүҙем оло быуын вәкилдәре, хатта ауыл мәсетенең имам-хатибы экологик өмәгә сығып, ураҙа айында изге эш башҡарған. Паркты тиҙ арала кәртәләтеп алыу ҙа – тынғыһыҙ хакимиәт башлығының эше.

Өлкән быуын вәкилдәренән иҫтәлек булыр, ти ололар. Эйе, ерһөйәр, илһөйәр быуын вәкилдәрен иҫләтеп, уларҙың матур иҫтәлеге булып шаулар был ағастар ҙа. Үҫеп кенә китһендәр.
Читайте нас: