Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2021, 10:00

19 май - пионерия көнө

«Хеҙмәт төбө – һары алтын» тигән мәҡәл 1988 йылда 6-сы класты ғына тамамлаған уҡыусылар хаҡында кеүек.

«Хеҙмәт төбө – һары алтын» тигән мәҡәл 1988 йылда 6-сы класты ғына тамамлаған уҡыусылар хаҡында кеүек.
«Хеҙмәт төбө – һары алтын» тигән мәҡәл 1988 йылда 6-сы класты ғына тамамлаған уҡыусылар хаҡында кеүек.
Беҙҙең хыял Мәскәү ҡалаһына барыу, Ленин мавзолейында булыу ине. Ошо теләгебеҙҙе ата-әсәйҙәр ҙә хупланылар. Бының өсөн нимә эшләргә? Был һорау мине һәм класс етәксеһе Сәғитова Гәүһәр Афзал ҡыҙын (ул хәҙер арабыҙҙа юҡ инде) уйландырҙы. Ер ҡарҙан әрселеү менән Гәүһәр Афзал ҡыҙы, отряд советы рәйесе Лилиә Дәүләтбаева, староста Фәһим Ҡунафин бергәләп колхоз идараһына юлландыҡ.

“Ҡыҙыл таң” колхозы рәйесе Әхтәм Муллағолов (ул да арала юҡ инде хәҙер) беҙҙе ихлас ҡаршы алды.
Етди һөйләшеүҙән һуң, колхоз баҡсаһында йәй көнө коллектив подряд ысулы менән уңыш үҫтерергә йөкләмә алабыҙ, тигән килешеү яҙылды. Маҡсат - үҙ көсөбөҙ, үҙ хеҙмәтебеҙ емешенә теплоходта Мәскәүгә барыу.

Бурысыбыҙ - бер гектар ҡарағат, һуған, кәбеҫтә үҫтереп, уңыш алыу. Хеҙмәт хаҡы эштең һуңғы һөҙөмтәләре буйынса түләнәсәк.
Беҙ класс менән ихлас, дәррәү эшкә тотондоҡ. Колхоз техника менән ярҙам итһә, алтынсыларҙың әсәйҙәре, туғандары ла ситтә ҡалманы.

Тәрбиә яҡшы булғас, йәшелсә лә, ҡарағат та мул уңыш бирҙе. Уҡыусыларға колхоз ашханаһында ашау ойошторолдо, ял иткән ваҡытта һыу инеү, уйындар, ярыштар үткәрелде. Ауыл халҡынан банкалар һатып алынды. Уларын да аҡсаға түгел, ә ҡарағатҡа алыштырып алдыҡ. Ҡарағаттан ҡайнатмалар ҡайнатып, ауылдарға йөрөп һаттыҡ.

Ул ваҡытта шәкәргә ҡытлыҡ ине. Ауыл хужалығы идараһы етәксеһе Ғилман ағай Сәфәрғәлин (ул да арабыҙҙа юҡ) беҙгә 20 тоҡ шәкәр йүнләп бирҙе. Уға беҙ бик рәхмәтлебеҙ.
Колхоз идараһы ла эшһөйәрҙәрҙе айырым билдәләне - премиялар бирҙе. Ҡарағат уңышы өсөн уҡыусылар 7 мең һумлыҡ табыш алһа, уның 4 меңе эш хаҡына бүленде.

Ошо эшләп алған эш хаҡына беҙ, 25 уҡыусы, 10-сы класс уҡыусыһы Әбүзәр Ишемғужин “Зайцев” теплоходы менән Мәскәүгә юлландыҡ. Етәкселәрҙең ярҙамы ла, ихласлығы ла беҙгә оҙон юлға сығырға ҙур этәргес булғандыр, эшебеҙҙең аҙағына сығыу өсөн ышаныс тыуҙырғандарҙыр.

Балаларҙың Мәскәүҙе күреү теләге Гәүһәр Афзал ҡыҙы менән мине лә ҡанатландырҙы.
Ошондай күп балалар менән оло, оҙон юлға сығып йөрөп ҡайтыу оло яуаплылыҡ та бит әле. Мәскәүгә теләге булған һәр кем бара алалыр, ә класс менән барыу - икенсе.

Колхоз автобусы менән Белорет ҡалаһына барғандан һуң, поезд менән Өфөгә юлландыҡ. “Речной” вокзалынан теплоход менән оҙон юлға сыҡтыҡ. Ағиҙел, Волга, Кама йылғалары буйындағы ҡалаларҙың һәр береһендә экскурсияла булдыҡ. Ҡазан, Углич, Кострома, Ҡыҙыл майҙан, “Бородино һуғышы” панорамаһы, “Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары” күргәҙмәһе, боронғо рус ҡалалары - барыһы ла оҡшаны. Әммә иң көтөлгәне, иң яҡыны Ленин мавзолейы ине.

Кеше күп булыу сәбәпле, тәүге көн мавзолейға инә алманыҡ. Теплоходтан ҡалып, икенсе көнө инеп, күңелгә яҡын йөҙҙө күреү барыбыҙҙы ла тулҡынландырҙы.
Байрас Ишемовтың: “Мин былай Ленинды күрмәйенсә ҡайтмайым”, - тип ныҡ тороуы беҙгә лә көс бирҙе.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 18 май һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: