Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2021, 10:00

«Атайҙың күлдәген әсәй оҙаҡ һаҡланы...»

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы 1945 йылдың 9 майында Еңеү менән тамамлана. Ошо һуғыш осоронда нисек йәшәгәндәр? Нимә ашағандар? Кемдәр һуғышҡа киткән? Мәктәптә уҡығандармы? Ошондай һорауҙар биреп, олатайым менән әнгәмә ҡорҙом.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы 1945 йылдың 9 майында Еңеү менән тамамлана. Ошо һуғыш осоронда нисек йәшәгәндәр? Нимә ашағандар? Кемдәр һуғышҡа киткән? Мәктәптә уҡығандармы? Ошондай һорауҙар биреп, олатайым менән әнгәмә ҡорҙом.
Минең олатайым Ғизәтуллин Бирғәле Сәлмән улы 1938 йылдың 8 мартында Яуымбай ауылында тыуған. Ғаиләләрендә 6 малай һәм 1 ҡыҙ үҫкәндәр. 1942 йылда олатайымдың атаһы һуғышҡа алына.
Олатайым һуғыш йылдарындағы тормоштарын бәйән итте.

“Мин атайҙы хәтерләмәйем, тик һырт яҡтан балтаға сабып түмәш алып ҡайтҡандары ғына күҙ алдыма килә. Атайымдың бер күлдәген әсәй оҙаҡ һаҡланы, уға тип ашамлыҡтарҙан өлөш ҡалдыра торған ине. Беҙҙең йәшәгән өй дүрткел - бишкә биш булғандыр, алдында соланы бар ине, өй башы транса менән ябылған, урам яғында - 2, түрбашта 1 тәҙрә була торғайны. Атайым оҫта булған, тәҙрә ҡапҡастарын үҙе матур итеп эшләгән. Өй эсендә ҙур татар мейесе, ҙур урындыҡ, һандыҡ өҫтөндә йоҡлай торған ҡаралдылар өйөлә ине. Бер ҡара һыйыр, бер-нисә һарыҡ-кәзәбеҙ ҙә булды. Әсәй ҡара һыйырҙы эшкә, утын-бесәнгә өйрәтеп алды. Кәртүк сәсһәк тә уңдыра алманыҡ, ҡаты ҡырауҙар була торғайны. Әсәй ҡышын-йәйен “Ҡыҙыл таш” колхозында ат ҡараусы булып эшләне. Кискелек әсәй һәм күрше инәйҙәр мейескә ҡағыҙ яғалар ҙа, кино ҡараған кеүек итеп, уттың күләгәһен ҡарап ултыра торғайнылар. Шунан: «Ана, беҙҙекеләр ниместәрҙе ҡыуалар», - тип әйткән була торғайнылар.

Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, тип теләнек барыбыҙ ҙа. Ашарға икмәк булманы, ойотҡан эстек. Әсәй күрше урыҫ ауылына барып, үҙҙәренең барлыҡ ҡына етештергән нәмәләрен кәртүккә алмаштырып алып ҡайтыр ине. Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар носилка менән таш ташып, юл да рәтләнеләр, ҡул салғыһы менән генә бесән сабып, күп кенә бесән дә әҙерләнеләр. Уларҙың эшләгән эштәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Ошондай әрһеҙ хеҙмәттәре өсөн әсәй “1941-1945 йылдарҙағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн” тигән миҙал менән дә бүләкләнгән. Был миҙал ауылдан 3 кенә кешегә бирелгән.

Һуғыш осоронда 2 ағайым һәм 1 ҡустым үлеп ҡалдылар. Атайым 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалды. Мин, ҙурайғас, архивтарҙан атайым тураһында мәғлүмәттәр һорашып йөрөнөм,тик бер ниндәй ҙә ыңғай мәғлүмәт булманы.

Шулай, ҡыҙым, һуғыш бик насар нәмә, башҡаса һуғыш булмаһын, ҡайғылар күрһәтмәһен. Баш особоҙҙа һәр саҡ ҡояш йылмайһын, күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын”, – тине олатайым.
Мин дә олатайыма ҡушылып, “Бер ҡасан да һуғыш булмаһын!” - тип теләйем.
Читайте нас: