Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2021, 12:00

«Апайымдың сослоғо арҡаһында имен ҡалдыҡ»

Әбделмәмбәт ауылынан Хәҙисә Алтыншинаға һуғыш башланғанда 9 йәш була.

Әбделмәмбәт ауылынан Хәҙисә Алтыншинаға һуғыш башланғанда 9 йәш була.
- Беҙ бәләкәй генә өйҙә йәшәнек, мал көттөк.
Атайым Ярулла Юнысов һуғышҡа китте. Һуғышта 4 йыл йөрөгәндән һуң, Смоленскиҙа ятып ҡалды, тигән хәбәр алдыҡ.

Әсәйем, Орҡоя апайым, (ул кейәүгә сыҡҡайны, ире фин һуғышына китеп юғалды) уның ҡыҙы Тутыя, ҡустыларым Бәхтийәр, Ишдәүләт менән ҡалдыҡ.
Эй, күрҙек инде ауырлыҡты. Асығабыҙ. Яҙ етһә, тауға сығабыҙ. Йыуа, ҡуҙғалаҡ кеүек ашарға яраҡлы барлыҡ үләндәрҙе ашап көн күрҙек. Колхоз эшенә йөрөттөләр. Иген утаныҡ. Күмәк балалар йыйылып урманға китәбеҙ. Үлән йыйып, биҙрәгә турап, саҡ ҡына он һибеп, шуны эсереп, беҙҙе эшкә алып йөрөнөләр. Атам һуғышҡа киткәс, атыбыҙҙы ла алып киттеләр. Әсәйем менән апайым утын ташыны, фермала эшләне. Эш ауыр булды.

Күпмелер ваҡыттан мине, аслыҡтан үлеп ҡуймаһын, тип Брәтәккә балалар йортона ебәрҙеләр. Бер йыл булғанымдыр унда. Ашатыуын ашаттылар. Балалар йорто тигәнебеҙ - бер өй, уртала сөгөн мейес ултыра. Түшәк-маҙар юҡ, матрас та буш, уның эсенә бесән тығып эшләп ала инек. Бөрйәндән кеше күп булды. Ауырып киттем. “Һеҙҙең менән йәшәрмен әле”, тип илайым әсәйемә. Әсәйем кире килеп алды. Бәхтийәр ҡустым да Байназарҙағы балалар йортонда булды.

Кеше күҙенә күренә башлағас, эшкә ярарлыҡ булғас, бесәнгә йөрөттөләр. 200-300 грамм һоло бирәләр ине. Әсәйемдәр ҡырҙа фермала булғас, миңә эшләп биреп ебәрә алмайҙар. Үҙем шул тын һолоно тартып, иләп, баҫып, көлгә күмеп бешереп ашай инем.
Һарыҡ көттөм, үгеҙ ҡараным. Һабан да һөрҙөк. Мин үгеҙ етәләйем, ҡайһы ваҡыт атҡа мендереп тә ултырттылар. Башҡаларҙы әрләй-әрләй эшләттеләр, мине Фәсхетдин ағай әрләмәй торғайны.

Ер һөрәбеҙ, тырматабыҙ. Ял иткән арала ҡурмас ҡыҙҙырабыҙ. Усаҡ янында бойҙайҙың бер бөртөгө лә күренергә тейеш түгел ине. Балнамушин (түрә-ғараны шулай әйтә инеләр) килеп күрә ҡалһа, тип беҙҙе ҡурҡыттылар. Үҙебеҙ кеҫәгә һалып алып ашап йөрөнөк, сәйгә ҡушып эскән булабыҙ. Бойҙай ҡаты булғас, теш, яңаҡ ауыртып, талып бөтә торғайны.
Бер ваҡыт үгеҙҙе һыбай егеп, йылға аша сығып барабыҙ. Мин алға ултырғанмын, Фәсхетдин ағай артта. Яҙ көнө, һыу ташҡын, сплав китә. Шул саҡ һыуға, бүрәнә араһына ҡоланым да төштөм, үгеҙ ярға ынтылды. Фәсхетдин ағай минең арттан төшөп, мине тотоп алып өлгөрҙө. Кейемдәрҙе һығып, киптереп, һабан һөрөүгә тотондоҡ. Үгеҙҙе тотоп, ҡул ҡалмай ине, ул бит ыңғай ғына эшләмәй, болара, тартыла.

Шулай аслыҡта, яланғаслыҡта үҫтек. Бер һыйыр көтһәк, 8 килограмм майын тапшырабыҙ, башмағын да бирәбеҙ. Һөт эсеү ҡайҙа, айыртылған һөткә һыу ҡушып эсә инек. Ауырлыҡтарҙы күп күргәс, унан башҡа бер нәмә лә иҫләмәйем.

Өлкән апайым Ҡағыла леспромхозда эшләне. Беҙҙе лә, бәләкәй санаға ултыртып, үҙе менән алып китте. Бармаһаҡ, астан үлә инек. Урыҫтарҙа, ике бүлмәле өйҙөң бер яғында йәшәнек. Апайымдың сослоғо арҡаһында ғына үлмәй ҡалдыҡ. Бер буханка икмәктең яртыһын телеп алып сығып китә лә, кешеләрҙән һорап, картуфҡа алыштырып алып ҡайта. Кеше күп үлде.
Урыҫтар индермәй, ашарға таба алмай баҡса буйҙарында ятып үлеп бөттөләр. Урыҫтар араһында йөрөгәс, арлы-бирле урыҫса һупалай инек. Ашарға кәрәк бит. Тәүҙә беҙҙе ундағы балалар «башкир» тип үсекләп туҡмайҙар, һыуға ебәрмәйҙәр ине. Аҙаҡтан беҙ уларҙы еңеп алдыҡ, бергәләп уйнай ҙа башланыҡ. Бәхтийәр ҡустым үҙе туҡмай башланы. Һыуға үткәрмәйбеҙ тегеләрҙе, кәртүк алып килһәң генә үткәрәбеҙ, тибеҙ.

Ишдәүләт ҡустым колхозда эшләне. Армияға китеп, үлеп ҡалды, бында һалдаттар килеп ерләнеләр.
Тормош иптәшем - Кейекбайҙан Абдразаҡ Алтыншин Ҡыпсаҡҡа эшкә төштө. Сайыр эшендә эшләне, шунда танышып, ҡауыштыҡ. Ул йәтим булды. Кейеме лә, ашарға аҙығы ла булмаған. Шул һыуыҡ тейҙереп ауырып, һаулығы ҡаҡшағандыр инде, иртә китеп барҙы.

Миңә 39 ғына йәш ине. Бер үҙем 6 баланы тәрбиәләп үҫтерҙем, башлы-күҙле иттем. Ҡыҙҙарым килеп торалар, үҙем дә барам.
Тәҙрәләргә селтәрҙәр бәйләргә яраттым. Ялпылдаҡ шәм яҡтыһында бәйләп, йә ҡағыҙҙан әтмәләп ҡуйыр инем. Кейемде лә үҙем тегеп, үҙем бәйләп кейҙем. Йырлап-бейеп йөрөргә ярата торғайным. Темәстә уйын ҡуйып ҡайттыҡ. Беренсе Президент М. Рәхимовты күрҙек. Һабантуйҙарҙа ҡатнаша инем. Таҡмаҡтарҙы күп йырланыҡ заманында.

Беҙҙекеләр ҡайтып килә
Дағалы атын уйнатып,
тибеҙ ҙә, аҙағынан Гитлерҙы әрләп ҡуябыҙ:
Гитлер - дурак май ярата,
Башҡаһын ул хуп күрмәй.
Беҙҙең сусҡалар уларға
Ҡойроғон да үптермәй.
89 йәшен ҡыуалаған инәй беҙ килгәндә керен йыуып, мейесен аҡлап ултыра ине. Улы Әхнәфтең ғаиләһе менән бер ихата эсендә татыу ғүмер итәләр.
Читайте нас: