Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2021, 10:00

Онотолмаҫ бала саҡ

...Мөхәмәҙиә апам тере сағында әйтә торғайны: “Улым, бына уйлап ҡара, алты йәштән алып был яғына һәр көндө тип әйтерлек иҫтә тотаһың. Барлыҡ хәл-ваҡиғалар нисек итеп башҡа һыйып бөтә икән”.

...Мөхәмәҙиә апам тере сағында әйтә торғайны: “Улым, бына уйлап ҡара, алты йәштән алып был яғына һәр көндө тип әйтерлек иҫтә тотаһың. Барлыҡ хәл-ваҡиғалар нисек итеп башҡа һыйып бөтә икән”.
Аптырамалы бит. Ҡарт бигерәк зиһенле кеше ине. Аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы заманын, тегеләрҙең дә, быларҙың да ауылға килеп ингән халыҡты нисек талағандарын, ҡайһы урында, кемде атып киткәндәрен бәйнә-бәйнә итеп һөйләп ултыра торғайны.

«Бер ҡыҙылармеецты Шәрифә тауының артындағы ҡарағай урманына алып барып атҡайнылар. Урынын күрһәтермен әле», тип әйтеп тә ҡуйғайны. Ләкин һалдат ҡәберен барып ҡарарға форсат булманы. Шау-шыу баҫылғас, Яуымбайҙың ҡарттары мәйетте күмеп ҡуйған булған.

Һуғыш йылында тыуған бала булараҡ, бәләкәй саҡтағы ҡайһы бер хәтирәләр минең күңелдә лә ныҡ уйылып ҡалған. Атай һуғышҡа киткәндә мин әсәй ҡарынында булып ҡалғанмын. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған мәлендә, йәғни 1942 йылдың 12 февралендә, донъяға килгәнмен. Атай дошманды еңеп ҡайтыуға мин инде өс йәш ярымлыҡ малай булып йүгереп йөрөгәнмен. Йөрөгәнмен, тип әйтеү дөрөҫ үк килеп сыҡмаҫ кеүек. Сөнки йылдар ауыр булғанғамы, беҙ, һуғыш йылы балалары, иртә өлгөрҙөк.
Йосоп ағай, ағайым ҡайтып килә, тип килеп һөйөнсө һорағанда, әсәй мине мунсала йыуындырып ултыра ине. Беҙ шау-гөр килеп мунсанан сыҡҡансы Йосоп ағай ат алып атайға ҡаршы китеп тә барған.

Элек машина йөрөмәгәс, атай Стәрлегә килгән дә, был яғына йәйәүләп, Аҫҡарға килеп йығылған. Йосоп ағай һыбай барып алып ҡайтты.
Атай Бөйөк Еңеүҙе Чехословакия ерендә ҡаршылаған. Фашистик Германияны еңеү иғлан ителһә лә, Чехословакияла сыуалыштар бөтмәгән була әле. Клемент Готвальд етәкселегендә ил хөкүмәте эвакуацияланған була. Улар кире ҡайтҡанда атай хеҙмәт иткән 4 фриц дивизияһы һалдаттары һаҡта тора.

Еңеү һалдаттары тыуған яҡтарына ниндәй ҙә булһа, иҫтә ҡалырлыҡ әйбер алып ҡайтырға тырышҡан. Мәҫәлән, Байназар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар тарих уҡытыусыһы булып эшләгән Мөхәррәм Ғәле улы Туҡтамышев һуғыш хәтирәһе итеп үҙе яратҡан рәссамдың картиналарын тотоп ҡайтҡан ине. Беҙ өйөнә барғанда уларҙы нисек ҡулға төшөргәнен, ҡайһылай итеп алып ҡайтыу тарихын һөйләп ултырыр ине. Минең атай ҙа кеҫә тултырып эреле-ваҡлы ҡул сәғәттәре алып ҡайтҡайны. Улар ҡулға килеп эләгеү менән нисек итеп боҙоп бөтөрөүебеҙ иҫтә ҡалмаған инде, әммә бер-ике көндән һуң уйынсыҡтарҙан бер нәмә лә ҡалмағайны.

Улыма тип атай иҫке бүрек алып ҡайтҡайны. Ошоға тиклем кейеп йөрөгән баш кейемемде янып торған мейескә ырғытҡаным әле лә хәтерҙә.
Атай
фронтта саҡта
Атай һуғышта ваҡытта беҙ күберәк ваҡытыбыҙҙы аръяҡта йәшәгән Шәһитә өләсәйебеҙҙә үткәрә торғайныҡ. Өләсәйҙең өйөнөң урам яғына ҡарап торған тәҙрәләренең береһе асылмалы ине. Апайымдар минең яңғыҙымды ҡалдырып, ҡайҙалыр сыҡҡан. Мин илайым. Тәҙрәнән артым менән төшөргә итәм, бейек һымаҡ булғас, үҙем ҡурҡам да кире менәм. Тырыша торғас, ергә төшөп еттем, барыбер.

Оло юлға сыҡтым да Мәһәҙей ауылы яғына китеп барам. Ҡайҙа барғанымды белмәйем, үҙем ҡысҡырам.
Тауышым алыҫҡа китәме -юҡмы, белмәйем. Апай, кил әле бында, тигән булам. Аңғарып ҡараһам, ҡаршыма бер ир кеше килә. Ул мине күтәреп алды ла, кире ауыл яғына ыңғайланы. Йылға эргәһенә килеп еткәс, мине өләсәйгә тапшырҙы ла, әллә ниндәй аҡыл өйрәтеп, үҙе ауыл яғына өҫкә сығып китте. Хәҙер ул кешенең кем икәнен төҫмөрләп ҡарайым да, иҫкә төшөрә алмайым. Ысынмы-бушмы, Нәүҙәттең атаһы Исмәғилев Муллағәләм ҡарт булманымы икән, тип уйлап ҡуям.

Әүжәнгә барғанда
Һуғыштан һуң фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙы күреү өсөн беҙ, бала-саға, уларҙың өйҙәренә бара торғайныҡ. Шәйхәләм ағай, Ғилфан еҙнәй менән танышыу өсөн шулай иттек. Тик уларҙың кем өйөнә ҡайтҡандарын асыҡ ҡына әйтеп булмай хәҙер.

Ауылдашыбыҙ Фәруҡ Маликовтың күмәк ғаиләле Вазифа инәйҙәргә ҡайтып инеүе хәтерҙә.
Ул ҡайтҡанда атай “Ҡыҙыл таш” колхозында (Яуымбай ауылы) председатель булып эшләй ине. Фәруҡ ағай һалдат кейемендә. Орден-миҙалдары эй күп ине, түше тулы. Былар Әүжәнгә барырға булып киттеләр. Атайға мин дә эйәрҙем. Уйҙары Фәруҡ ағайға кейем алыу икән. Ат менән түбәнге Әүжән аша китеп барабыҙ. Ҡоҙғон ярҙы үткәс, Иҙел аша сығырға кәрәк. Һыуға барып еткәс, атты һуғарып, үҙебеҙ бит-ҡулдарҙы йыуып алдыҡ. Шунда атайҙың миңә ҙур устары менән һыу алып эсереүе ныҡ иҫтә ҡалған. Фәруҡ ағай иң элек Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Шунда уҡып йөрөгәндә КПСС райкомына инструктор итеп эшкә саҡырып алалар. Беҙ ул йылдарҙа Янһарыла йәшәй инек. Атай күпмелер партящейка секретары, унан һуң колхоз председателе булып эшләне. Район үҙәгенә яҡын булғас, Фәруҡ ағай күп ваҡытын беҙҙә үткәрә торғайны. Ял көндәрендә беҙҙән ҡайтманы. Шул йылдары Сәфүрә тигән уҡытыусы апай менән танышҡайны. Ул да беҙҙе яҡшы күрҙе. Атайға - ҡайнаға, миңә ҡәйнеш, тип өндәшер ине. Үкенескә ҡаршы, ғүмере ҡыҫҡа булды ул еңгәйҙең.
Янһарыла йәшәгәндә йәнә әллә күпме хәл-ваҡиғалар иҫтә ҡалған. Бергә уйнаған тиҫтер малайҙарҙан ике Марат булды. Береһе Зыянбаев, икенсеһе - Йортбағышев. Ҡыҙҙарҙан Нурия беҙҙең командаға ҡушылып китер ине. Күмәкләп йыйылашабыҙ ҙа, әйҙәгеҙ, Раянға барып киләбеҙ, тип йүгерешеп сығып китәбеҙ. Клуб артындағы бейек тауҙың яртыһына етә башлаһаҡ, район үҙәгенең байтаҡ урамдары күренер ине.

Янһарыға күсеп барғандың икенсе йылына яңы өйҙә йәшәй башланыҡ. Ағасты атай менән әсәй үҙҙәре йыҡты. Һыйыр көтә башлаған ваҡыт та иҫтә ҡалған. Ауылда һөт айыртырға сепарат юҡ ине. Сепаратҡа Мөсәткә йөрөнөк. Ауыл осонда Шәмиғолов тигән кешеләрҙә генә сепарат булды. Әсәй биҙрә менән һөт тота. Ә мин күбек ялар өсөн ҡалаҡ тотам да әсәйемә эйәрәм. Ләкин күбек ялауҙың бер тәмен дә тапмай торғайным.

Һуғыш тамамланһа ла, йәшәү ифрат ҡатмарлы ине әле. Кеше елкәһенә ит, иретелмәгән май, йомортҡа, йөн йөкләмәһе һалырҙар ине. Әҙерләүҙәр контораһының май йыйыусыһы сепарат бороусылар янына килеп, апайҙарҙың ҡотон алып сыға торғайны. Фамилияһы Сәитбаталов булдымы икән, ҡатындар ул кешене май баталы, тип йөрөтөрҙәр ине. Май баталын осратманыңмы, май баталы күренмәнеме, тигәндәре хәтерҙә.

Атайҙың ҡайтыуын һорағандар
1947 йылдың көҙөндә Яуымбайға күсеп ҡайттыҡ. Ауылдың ир-аттары атайҙың председатель булып ҡайтыуын һорағандар, имеш, тип һөйләнеләр аҙаҡ. Колхозсыларҙы етәкләй алырлыҡ бүтән кеше лә булмағандыр инде. Ә атай һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да ауылда етәксе булған. 1951 йылда колхоздар эреләтелгәс кенә төшөп ҡалған.
Бәләкәй колхоздарҙы эреләтеү тураһында йыйылыш Байназар ауылында 1951 йылдың 30 мартында үтте. Унда “Алға” (Мораҙым), “Ҡыҙылташ” (Яуымбай), “Буденый” (Байназар) колхоздары бергә ҡушылды. Колхоз председателе итеп Ташбулат Ғазин һайланды.

Шул йылдарҙа айыуҙарҙың иң ҡоторған осоро ине. Ҡайҙалыр кешеләргә һөжүм иткән, ҡайҙалыр кеше ашаған. Бөрйәндә айыуҙар урамда йөрөй тигән лаҡап та шул осорҙан ҡалғандыр ҙа, бәлки. Атай Кордонға барып, сайырсыларҙың һаҡсыһы булып эшкә инде. Оҙаҡламай уны Тимергә председатель итеп ебәрҙеләр. Ауылға барған һайын ғаиләбеҙ күбәйеп торҙо. Янһарыла - Ләлә, Тимерҙә йәшәгәндә Вәсилә һеңлебеҙ тыуҙы.

Яуымбайҙа саҡта районға тәүге тракторҙар, иген комбайндары килә башланы. Тракторҙар ауылдарға ер һөрөргә ебәрелде. Яуымбайға йәш кенә егеттәр: Тимерҙән Баймырҙин Ирғәле, Мораҙым ауылынан Моратшин Байбулат трактористар булып килде. Тракторҙары боҙола ла ҡуя. Бер йылы Яуымбай араһындағы Сыңғырауыҡ соҡоро эргәһендә тракторҙы ҡабыҙа алмайҙар. Әллә нисә көнө булыштылар. Бер көндө төтөн сығып торған торбаны ысҡындырып ҡараһалар, уның эсенә сепрәкте тыңҡып тултырғандар ҙа трактор дырылдамай ине. НАТИ тигән тракторҙың пускачы булманы, рукоятка менән ходҡа ебәрергә кәрәк ине, етмәһә. Аҙаҡтан, ҡырҙан килгән егеттәргә үс итеп, был этлекте яуымбай егеттәре эшләгәндәр, тигән хәбәр таралды. Бәлки, ысынлап та, шулай булғандыр. Ауылдың иң һылыу ҡыҙы Йәмилә апайҙы трактористарға аш бешереүсе итеп ҡуйғайнылар. Ирғәле ағайҙың һылыуға күҙе лә төшөп йөрөгән.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә трактористар байтаҡ эҙ ҡалдырып киткән. Яуымбай арҡаһында Ирғәле төртөндөһө, Байбулат төртөндөһө тигән урындар һаҡланып ҡалған.
Илленсе йылдарҙа механизаторҙарҙың исемдәре ныҡ почетлы булды.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 апрель һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: