Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2021, 10:00

Маҡсат – остаздарға оҡшарға!

Һәр кемдең үҙ остазы, кумиры була. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынһам да, спорт та миңә ят түгел, сөнки мәктәбебеҙҙә үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған, уҡыусыларында спортҡа һөйөү тәрбиәләй алған физкультура уҡытыусыһы Йәмилева Вәсилә Әмир ҡыҙы кеүек остаздар эшләй.

Һәр кемдең үҙ остазы, кумиры була. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынһам да, спорт та миңә ят түгел, сөнки мәктәбебеҙҙә үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған, уҡыусыларында спортҡа һөйөү тәрбиәләй алған физкультура уҡытыусыһы Йәмилева Вәсилә Әмир ҡыҙы кеүек остаздар эшләй.
Вәсилә Әмир ҡыҙы, туған мәктәбен тамамлағас, 1981-1984 йылдарҙа Күмертау педагогия училищеһында уҡый. Дипломлы йәш белгес Байназар мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

Тәүге көндәрҙән үк маҡсатҡа ынтылышлы ҡыҙ эшенең һөҙөмтәһе өсөн ҙур тырышлыҡ һала.Уның уҡыусылары яйлап-яйлап мәктәп, район, республика кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яулай башлай.

Яҙмыш Байназар һылыуының юлына үҙе кеүек үк физкультура уҡытыусыһын, дәрте һәм эшкә теләге саманан ашып торған Варис Мәжит улын сығара. Ике спортсы бына тигән ғаилә союзы булдырып, матур итеп донъя көтөп алып китәләр.

Варис Мәжит улы әрме сафтарына алынғанға тиклем үк Яңы Собханғол мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ул да үҙенең яратҡан һөнәрен Күмертау педагогия училищеһында үҙләштерә.

Йәш белгесте 1984 йылда Байназар урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Ошо мәктәптә 1999 йылға тиклем спортсылар әҙерләй ул. 1988-2000 йылдарҙа район үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә директор булып эшләп ала. Байназарҙа бер-ике йыл тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән уҡытҡас, 2008-2009 йылдарҙа тағы ДЮСШ–ла директор була. Ситтән тороп СиБДУ-ны тамамларға ла өлгөрә Варис Йәмилев.

2009 йылдан бөгөнгәсә – саңғы буйынса тренер. Тырыш уҡытыусының хеҙмәте баһаһыҙ ҡалмаған. Ул 1998 йылдан – “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура хеҙмәткәре”, 1999, 2014 йылдарҙа фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.

Варис Мәжит улы Байназар мәктәбендә физкультура һәм спорт үҫешенә күп көс һалған шәхес. Уларҙың 21 уҡыусыһы физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Улдары Редик Йәмилев полиатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат, Илшат, Юнир Ғазиндар, Илнар Салауатов – милли көрәш буйынса спорт мастерҙары.

Вәсилә Әмир ҡыҙының уҡыусылары ла һынатмай – йыл һайын физкультура буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар, республика, зона ярыштарында ла һынатмайҙар. Саңғы, футбол, лапта, волейбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса призерҙары күп.

Ул да 1999 йылдан – “Башҡортостан Республика-һының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре” исемен хаҡлы йөрөтә, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ.

Эйе, тырыш хеҙмәт, маҡсатҡа ынтылыш, үҙ һөнәреңде ихлас яратыу һәр ваҡыт еңеүҙәргә илтә.
Читайте нас: