Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2021, 09:00

Янып йәшәй белә ул...

...Кеше матур эше менән тигән ҡанатлы һүҙҙәр уға ғына тап килеп торғандай... Уңған. Тырыш. Сос. Өйөндә лә бына тигән хужабикә, эшендә лә һәр нәмәнең тәртиптә булыуын ярата.Кем һуң ул, тиһегеҙҙер.

...Кеше матур эше менән тигән ҡанатлы һүҙҙәр уға ғына тап килеп торғандай... Уңған. Тырыш. Сос. Өйөндә лә бына тигән хужабикә, эшендә лә һәр нәмәнең тәртиптә булыуын ярата.
Кем һуң ул, тиһегеҙҙер.
Ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләүсе Ғәлиәкбәр ҡыҙы Сания тураһында һүҙ ағышы.
Ишмөхәмәтова Сания Сабир ҡыҙы 1971 йылдың 7 майында Ғәлиәкбәрҙә донъяға килгән һәм яҙмышын тыуған ауыл менән бәйләгән – ауылдашы Ғәлимйән Кәбир улына тормошҡа сығып, күптәр һоҡланырлыҡ донъя ҡорғандар, аҡыллы балалар үҫтергәндәр.

Мәктәптә яҡшы уҡыған Сания Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлағас, тыуған ауылында эш башлай. 10 йыл мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары була. 2004 йылда ойоштороу һәләте көслө педагогты мәктәпкә етәксе итеп ҡуялар. Бына 17 йыл инде ул ошо вазифала ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Мәктәптә уҡытыу процесын, тәрбиәүи эште тейешле кимәлдә алып барыу ай-һай ҙур көс талап итә бөгөн. Ләкин юғалып ҡалмай тәжрибәле белгес, коллективы менән уртаҡ тел табып, йөктө бергә һөйрәгәстәр, эштәре лә ырамлы.

Көн һайын мәктәпкә иң беренсе барып, коллегаларын иртәнсәк йылмайып ҡаршы алыуҙы ғәҙәт иткән ул.

Мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлек, спартакиада йәһәтенән гел алдынғылар рәтендә булыуы үҙе үк күпте һөйләй. Уҡыусылар ҙа төрлө конкурстарҙа, фәнни-эҙләнеү эштәрендә уңыштарға өлгәшәләр.

Ауылдың уртаһында урынлашҡан мәктәп йәйҙәрен тотош ауылға йәм бирә: эргә-тирәһе тулы гөл-сәскә була, йәшелсә-фәләнде лә мул үҫтерәләр. Ашханала үҙебеҙҙең ерлектә үҫтерелгән шифалы йәшелсә, емеш-еләктән төрлө ризыҡтар әҙерләнә.

Бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтереү-се Ишмөхәмәтовтарҙы ауылда егәрле, татыу ғаилә итеп беләләр. Ҡыҙҙары Әдилә юғары уҡыу йортон тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөй. Улдары Ғаян медколледжда белем ала. Хыялы – стоматолог булыу.

Атай нигеҙендә зауыҡ менән төҙөлөп, яҙҙан көҙгәсә төрлө матур-матур сәскәләргә күмелеп ултырған йорттары туғандар өсөн дә йыйылыр ҡотло урын, һыйыныр йылы бишек. Гөл-сәскәләр, әлбиттә, Санияның ҡул һәм күңел емеше. Баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүҙән тыш, бал ҡорто ла аҫрай улар. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәренең тырышлығы менән болло булып, донъяларын бәрәкәтле итә уңғандар. Әйткәндәй, тырыш ҡулдарға эләккән йәшелсәләре емерелеп уңып, үҙҙәренән артҡаны әлеге лә баяғы ҡотло йорттарына бол ғына өҫтәй. Айырыуса кәбеҫтәләре тәгәрәп уңыш бирә Санияның.

Йәнә бер матур шөғөлө бар уңғанбикәнең – ул йәй буйы яйлап, ваҡытын белеп кенә дарыу үләндәре йыя һәм ғаиләһе менән уларҙың шифаһын, файҙаһын күрәләр. Кәрәк булғанда ауылдаштарына ла бик теләп өләшә тыуған еренең шифаһын Сания.

-Был матур йортҡа барып көс-дәрт, ыңғай эмоциялар алабыҙ. Сөнки унда киң күңеллелек, йомартлыҡ, яҡты йөҙлөлөк тантана итә, йөрәк йылыһы күңелдәребеҙҙе майҙай иретә. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, матур һүҙле, башҡаларға яғымлы, кеше ҡайғыһын үҙ йөрәге аша үткәреп, хәленән килгән тиклем ярҙам итергә атлығып торған, кеше шатлығына ҡыуана белгән, үҙ һүҙенә һәр саҡ тоғро, намыҫлы, туған йәнле, шул уҡ ваҡытта үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, башҡарған эшенә үтә лә яуаплы ҡараусы Саниябыҙ беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәп кенә ҡалмай, беҙҙең өсөн кешелеклелек, матур йәшәү өлгөһө лә ул. Атай-әсәйебеҙҙән матур тәрбиә, егәрлелек кеүек сифаттарҙы алған ҡәҙерлебеҙҙең эшендә лә теүәллеге күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ, - ти уның хаҡында туғандары.

- Ауырлыҡтарҙы күтәре-шергә, шатлыҡтарҙы уртаҡлашырға эргәмдә ҡәҙерле балаларым, тормош иптәшем, туғандарым, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеүсе, йәшәргә дәрт биреүсе яҡын кешеләрем күп булыуы менән дә бәхетлемен, - ти юбиляр.
Читайте нас: