Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2021, 10:00

Һыу буйҙары – һаҡланған зона

Яҙ, йәй айҙары етеү менән һыу буйында ял итеүселәр бермә-бер арта. Тәғәйен урынға барып етеп, һыу буйында туҡтағас, транспорт сараһын нисек дөрөҫ ҡуйыу тураһында уйлап та бирмәйбеҙ.

Яҙ, йәй айҙары етеү менән һыу буйында ял итеүселәр бермә-бер арта. Тәғәйен урынға барып етеп, һыу буйында туҡтағас, транспорт сараһын нисек дөрөҫ ҡуйыу тураһында уйлап та бирмәйбеҙ.
Был ниндәйҙер әһәмиәткә эйәме ни, тиер күптәребеҙ. Рәсәй Федерацияһы Һыу кодексының 65-се статьяһына ярашлы, яр буйы һыҙаттарын һаҡлауға талаптар билдәләнгән. Йылға, шишмә, канал, күл, һыу һаҡлағыстар буйы һыу һаҡлау зоналары булып һанала.

Был урындарҙа автомобиль менән хәрәкәт итергә, парковкаға ҡуйырға, автомобилдәрҙе йыуырға ярамай. Һеҙ машинағыҙҙы юл буйында, махсус парковкала, дөйөм туҡталҡала ҡалдыра алаһығыҙ.

Һаҡланған яр буйы зонаһын нисек танып белергә һуң?

10 саҡрым оҙонлоҡтан артмаған йылға-шишмәләр янында машинаны һыуҙан 50 метр алыҫлыҡта ҡуйырға кәрәк. Ошондай уҡ ара һыуһаҡлағыстар һәм күлдәр өсөн дә ҡаралған. 10-50 саҡрым оҙонлоҡтағы йылғалар буйында транспорт сараһын 100 метр алыҫлыҡта ҡуйырға мөмкин. Йылға оҙонлоғо 50 саҡрымдан артһа, водителдәр һыу объектына 200 метр етмәй туҡтарға тейеш.

Әйтергә кәрәк, бындай территория экологияны һаҡлау, һыу ресурстарын бысратыуға юл ҡуймау өсөн хеҙмәт итә.
Ҡанундарҙы һанламаусы физик шәхестәргә 3 мең һумдан 4,5 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә – 8 меңдән 12 мең һумғаса, ә юридик шәхестәргә 200-400 мең һум штраф ҡаралған.
Читайте нас: