Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2021, 07:50

Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!

Һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!
1 май – барыһының да көтөп алған байрамы. Ул хеҙмәт кешеһенә хөрмәтте, күтәренке кәйеф, берҙәмлек һәм тыныслыҡ билдәһен үҙ эсенә ала.

Ошо яҙ байрамында бөгөнгө тормошҡа нигеҙ һалған, һәр ғаиләнең һәм тотош илдең бәрәкәтле тормошон тәьмин иткән хеҙмәтсәндәрҙе тәбрикләйбеҙ. Райондың тулы ҡанлы тормошта, уңайлы шарттарҙа йәшәйешен хәстәрләгән хеҙмәт коллективтарына, ғөмүмән, Бөрйәндең көсө, киләсәккә ышанысы булып торған халҡыбыҙға оло рәхмәттәремде еткерәм!
Артабан да тыуған еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен!

1 май байрамы һәммәгеҙгә лә байрамса күтәренке кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, йорттарығыҙға бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен!
Читайте нас: