Бөгөн хәүефле һәм яуаплы һөнәр эйәләре – янғын һүндереүселәр көнө. Кәрәккәндә кешегә беренсе ярҙам күрһәтә белеү, ғәҙәттән тыш хәлдәр сыҡҡан осраҡта физик ныҡлыҡ, айыҡ аҡыл талап итә был һөнәр.
73-сө янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә райондаштары именлеге һағында. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтендә 35 кеше эшләй. Улар барыһы ла махсус күнекмә һәм курстар үткән. Йыл һайын Белорет һәм Өфө ҡалаларында һөнәрҙәренә яраҡлыҡтары буйынса имтихан тапшыралар.
-Төп бурысыбыҙ – бәлә-ҡаза килгәндә кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу. Хәүеф менән бәйле булыуға ҡарамаҫтан, эшебеҙ оҡшай, – ти 23 йыл янғын һүндереү часендә хеҙмәт иткән Илшат Фәйзуллин.
Илшат Рафаэль улы һөнәрселек училищеһында мастер булып эшләгәндән һуң, 1997 йылда янғын һүндереү часына урынлаша. 16 йыл ҡарауыл начальнигы була, артабан янғын һүндереүсе бурыстарын үтәй. Коллективында абруй ҡаҙанған хеҙмәт ветеранының бурысын намыҫ менән башҡарыуы, ҡыйыулығы һәм тырышлығы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының юбилей миҙалдары һәм Маршал Чуйков миҙалы менән баһалана.
2019 йылда «Һөнәрендә иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ була.
Янғын һүндереүселәрҙең ғәҙәти эш көнө нисек үтә икән һуң?
- Эшкә килеү менән формаларҙы кейеп, һәр беребеҙҙе барлап сыҡҡас, янғын-техник ҡорамалдарҙы ҡабул итәбеҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышып, ҡул ҡуябыҙ. Янғын темаһына дәрестәр үтәбеҙ. Мотлаҡ дәфтәргә теркәп барабыҙ. Тирә-яҡты йыйыштырабыҙ, техниканы ремонтлайбыҙ. График буйынса район ойошмаларына уҡыу тревогалары үткәрәбеҙ. Үҙебеҙ өсөн дә үткәрелә. Күбеһе алдан иҫкәртмәйсә башҡарыла. Рос-гвардия тарафынан полиция, прокуратура ҡатнашлығында тревога иғлан ителһә, тиҙ генә урынға йүнәләбеҙ. Янғынға саҡырыу булғанда, объектҡа мөмкин тиклем тиҙерәк барып етергә тырышабыҙ. ДТП урындарына ла ярҙамға әҙербеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булған осраҡта кеше, хайуандарҙы ҡотҡарыу ҙа беҙҙең бурыс, – ти Илшат ағай.
Пожар бүлегендә йәмғеһе 4 ҡарауыл бар. Һәр ҡарауылда 7 кеше: ҡарауыл начальнигы, бүлек командиры, 2 водитель, 2 янғын һүндереүсе, 1 диспетчер.
- Быйыл йыл башынан район биләмәһендә 6 янғын осрағы теркәлде. Өй, һарай, мунса, автомобиль яныу һәм янғында бер үлем осрағы булды. Уларҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡ эш итмәү. Янғын хәүефһеҙлеге тураһында даими иҫкәртеп торһаҡ та, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәмәгән кешеләр табылып тора. Янғын менән һаҡ булайыҡ, – тип иҫкәртә 73-сө янғын һүндереү часы начальнигы Ш. Хәкимов.