Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2021, 09:30

Ил инәһе

Милләт әсәһе, районыбыҙҙың кендек инәһе, оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын хәстәрләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова ошо көндәрҙә үҙенең олуғ юбилейын билдәләй.

Милләт әсәһе, районыбыҙҙың кендек инәһе, оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын хәстәрләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова ошо көндәрҙә үҙенең олуғ юбилейын билдәләй.
Ябай ауыл ғаиләһендә малайҙарҙан һуң көтөп алынған ғына ҡыҙ булһа ла, ата-әсәһенә, ағайҙарына иркәләнеп кенә үҫергә насип булмай уға. Бала сағы һуғыш башланған йылдарға тура килә. Оло ағалары һуғышҡа алына, ата-әсәһе колхоз эшенән бушамай. Аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарында ауыр эштәрҙә йөрөгән әсәһенең быуындары һыҙлап интегеүен күргән ҡыҙ уға нисектер ярҙам иткеһе килә. Тиҙерәк үҫеп, әсәһен дауаларға, һауыҡтырырға теләй. Ошо хыялы уны медицина юлына килтерә лә инде. Мәктәпте тамамлағас, дин юлындағы атаһының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, уға өндәшмәй генә Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлағас, Мәһәҙей ауылында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Артабан Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм терапия факультетында белем ала. Икенсе районға терапевт булып тәғәйенләнгән йәш белгесте, Бөрйәнгә ҡайтҡанында, район дауаханаһында бер айға гинеколог булып эшләп торорға саҡыралар.
Ләкин бер ай тигәне тиҫтәләрсә йылға һуҙыла. Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы бар тырышлығын һалып, ең һыҙғанып эш башлай, ҡатын-ҡыҙҙарға хәленән килгәнсә ярҙам итә.
- Ғөмүмән, мин аҡ халатлыларҙан бәләкәй саҡта ныҡ ҡурҡа инем. Прививка эшләткәндә иң көслө ҡысҡырғаны мин булғанмындыр ул, - тип хәтерләй 52 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған табип.

Эшләү дәүерендә меңәрләгән тарих, кеше яҙмыштары уның күҙ алдынан үтә. Хәҙисә апай эшләй башлаған осорҙа бала тыуғандан һуң ҡатындарҙы һәм сабыйҙарҙы тәрбиәләү өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙең етешмәүе, бөтә районға бер генә гинеколог булыуы эшенә үтә лә яуаплы ҡарарға өйрәтә. Ә ул ваҡыттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар икәү-өсәү менән генә сикләнмәй, баланы күп таба. Юлдар насар, техника ла һанаулы ғына мәл. Бала табыуҙар күпселек осраҡта өйҙә үткәнлектән, ҡатмарлы, хатта фажиғәле осраҡтар ҙа булғылай. Ауыр хәлдәге әллә күпме әсәне аяҡҡа баҫтыра Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы. Буран, ҡойма ямғыр булһынмы, кешене ҡотҡарыу маҡсатында юлдарҙы ат арбаһында, тракторҙа, йөк машиналарында, катерҙа, йәйәү ҙә үтергә тура килә уға. Юлда, өйҙәрҙә, хатта ҡыуышта ла донъяға ҡабул итергә тура килә сабыйҙарҙы. Шул ваҡыттарҙа асыла ла инде уның талапсан, ҡайһы ваҡыт хатта ҡатыраҡ булыу сифаттары. Ә ниндәй сыҙамлылыҡ, уттай егәрлелек, ихтыяр көсө талап ителгән табипҡа.

Эше ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, үткән юлына һис үкенмәй Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы. Кешеләргә файҙалы, кәрәкле булыуы менән бәхетле ул. Ваҡытында, аборт эшләмәй, әрләп, кире бороп сығарып ебәргән ҡатындарҙан әле булһа рәхмәт һүҙҙәре ишетеп ҡыуана. Кендектәрен ҡырҡҡан сабыйҙары хәҙер үҙҙәре өләсәй-олатай булып бөткәндәр. Күптәренең яҙмышын ҡыуанып күҙәтеп бара.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 30 апрель һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: