Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – янғын һүндереүселәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Һәр заманда ла янғын һағы хеҙмәте ҙур әһәмиәткә эйә. Улар иңенә бәлә-ҡаза була ҡалһа, граждандарҙың ғүмерен, матди һәм тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек яуаплы бурыс-тар һалынған. Ҡыйыулыҡ һәм юғары профессионализм, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороу янғын һағында тороусыларға хас сифаттар.
Райондың 73-сө янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре төрлө киҫкен шарттарҙа йәшәйешебеҙ һағында тора. Улар артабан да йөкмәтелгән бурыстарҙы яуап-лы атҡарып, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итерҙәр, тип ышанам.
Байрам уңайынан Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар һәм урамдарҙа хәүефле сирена та-уыштары һирәгерәк яңғырауын теләйем!