Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 09:00

Янғындарға юл ҡуймайыҡ

Йәнә лә граждандар шуны иҫтәрендә тотһон: ҡауланды, башҡа көнкүреш сүп-сарын үртәргә ярамай.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов “Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы биләмәһендә 2021 йылдың яҙғы-йәйге осоронда янғын хәүефһеҙлеген нығытыу тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Унда үрҙә аталған осорға саралар планы раҫлана.

15 апрелдән 15 майға тиклемге осорҙа районда янғын хәүефһеҙлеге айлығы үтә. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, иҫкәртеү-профилактика эштәрен көсәйтеү, өйҙәрҙә (айырыуса аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, социаль хәүефле һаналған, профилактик иҫәптә торған, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ғаиләләр йәшәгән) янғын иҫкәрткестәрҙең булыу-булмауын тикшереү, ауылдар тирәләй минераллаштырылған һыҙаттар булдырыу, ер участкаларын ҡауландан таҙартыу һ.б. эштәр күҙаллана. Бигерәк тә балаларҙың йәйге ял объекттарына иғтибар көсәйтелергә тейеш. Мәғариф учреждениеларында “Янғын хәүефһеҙлеге көндәре” үткәреү, “Йәш янғын һүндереүсе”, “Йәш ҡотҡарыусы” түңәрәктәре ойоштороу һ.б. саралар тәҡдим ителә.

Йәнә лә граждандар шуны иҫтәрендә тотһон: ҡауланды, башҡа көнкүреш сүп-сарын үртәргә ярамай. Муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов “Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы биләмәһендә 2021 йылдың яҙғы-йәйге осоронда янғын хәүефһеҙлеген нығытыу тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Унда үрҙә аталған осорға саралар планы раҫлана.

Читайте нас: