Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 13:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ике водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Ике водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Демография
Үткән аҙнала районда 5 сабый тыуған. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 1 ғаилә тарҡалған. 7 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
25 апрелдә Кейекбайҙа сүп-сарға ут тоҡанған.
02 хәбәр итә
Апрелдең 16-һынан 23-өнә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 46 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә мутлашыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (7), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (4), битлек режимын боҙоу (7), административ күҙәтеү режимын боҙоу (1) һ.б. бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 90 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 70. Ике водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.
Читайте нас: