Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 12:00

“Балалар йәрәхәтләнеүе – балалар проблемаһы түгел”

Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ.
2005 йылда, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы булып эшләй башлаған мәлемдә, Башҡортостанда бер йыл эсендә балалар һәм 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы 700 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 31 бала вафат булған, 697-һе йәрәхәттәр алған. Балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүе республиканың ярты ҡала һәм райондарында күҙәтелә, айырыуса Өфөлә бындай хәлдәр киҫкен тора.

Ул ваҡытта аварияларҙың яртыһы тигәндәй балаларҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан - йәш юл хәрәкәте ҡатнашыусылары рөхсәт ителмәгән урындарҙа юл аша сыҡҡандар, велосипедист, хатта водитель булараҡ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙғандар.

Башҡортостанда балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүе түбән дисциплинаға, юл хәрәкәте көсөргәнешенең артыуына һәм балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса сифатлы белем биреү юлға һалынмауға бәйле әүҙем эш башланды.

Мәғариф министрлығы менән берлектә балаларға һәм үҫмерҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса республика кимәлендә киң масштаблы саралар һәм конкурстар үткәрә башланыҡ. Айырыуса социаль реклама һәм киң мәғлүмәт сараларына иғтибар бүлдек.
Юл-транспорт ваҡиғаларының килеп сығыуына булышлыҡ итеүсе сәбәптәрҙе, шарттарҙы юҡҡа сығарыу һәм анализ буйынса эшләнгән эштәр балалар йәрәхәтләнеүе кимәлен кәметеүгә килтерҙе.

Ошо йылдар эсендә ике тапҡырға тигәндәй юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметә алдыҡ, шул хәтлем үк үлем, балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары кәмене. Балаларҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында 2020 йылда 91 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, 2005 йылда 290.

Көн һайын тиерлек ЮХХДИ идаралығының дежур часына балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт килә.
Быйыл 3 ай эсендә республика юлдарында булған аварияларҙа 8 баланың ғүмере өҙөлдө.
Һәләк булған балаларҙың барыһы ла пассажирҙар ине. Февраль айының һөҙөмтәләре буйынса 10 аварияның 6-һы пассажир-балалар ҡатнашлығында: барлығы 83 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шуларҙың 51-е пассажир-балалар менән. Бында бөтә ғәйеп – ололарҙың үҙҙәрендә. Өлкәндәр тарафынан тейешле ҡағиҙәләр үтәлмәү сәбәпле, балалар ошондай хәлгә дусар була. Ниндәйҙер осраҡта машинала бала булған автомобиль водителе ғәйепле булһа, ниндәйҙер осраҡта - икенсе машина водителе.

Ҡалған 32 авария йәйәүлеләргә бәрелеү сәбәпле килеп сыҡҡан. Балалар үткәүел аша сыҡҡан ваҡытта теркәлгән авариялар һаны - 13.

Беҙҙең бурыс – балаларҙы ошондай хәүефле хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлап алып ҡалыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү, иғтибарлыҡты һәм иплелекте тәрбиәләү. Әйткәндәй, һуңғыһы ололарға күберәк ҡағыла, сөнки балалар һәр һигеҙенсе юл-транспорт ваҡиғаһында иғтибарһыҙлыҡ күрһәтә, ә ҡалғандарында ололар үҙҙәре ғәйепле.

Водителдәрҙе балалар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи рәүештә үтәргә саҡырам. Юлда бәләкәй йәйәүлене күрһәгеҙ, алдан уҡ тиҙлегегеҙҙе кәметегеҙ, сөнки балалар бик йыш ҡына көтөлмәгән аҙымға барыуҙары мөмкин. Үткәүел аша үткәндә, дөйөм транспорт туҡталыштары, үткәүелдәр, парк, сквер, балалар майҙансығы янында ла тиҙлекте кәметегеҙ. Балаларҙың ҡылыҡтары, тотоштары аңлашылмаһа, сигнал бирергә кәрәк. Йәйәүлеләрҙең дә, водителдәрҙең дә һаулығы һәм хәүефһеҙлеге ошо ябай ғына ҡағиҙәләргә бәйле.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ. Иң беренсе ҡайҙа, ҡасан һәм нисек юлды сығырға икәнлеген аңлатығыҙ. Юл эргәһендә уйнау хәүефле икәнлеген һөйләгеҙ.

Алда - йәй. Йәй осоро башланмаҫ элек уҡыусы-ларға, ата-әсәләргә скутер, монобайка һәм сигвейҙарҙың ниндәй хәүеф менән янауҙары хаҡында аңлатыу кәрәк.
Иң мөһиме - балаларығыҙға тормошта һәм юлда үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға икәнлеген үҙ миҫалығыҙҙа күрһәтегеҙ.
Читайте нас: