Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2021, 10:00

Бәләкәй шашкасылар бәйгегә сыҡты

Шашка уйнау балаларҙа зирәклек, етеҙлек, һәр аҙымды уйлап эшләү, иғтибарлылыҡ, тиҙ фекер йөрөтөү кеүек сифаттарҙы үҫтерә.

Шашка уйнау балаларҙа зирәклек, етеҙлек, һәр аҙымды уйлап эшләү, иғтибарлылыҡ, тиҙ фекер йөрөтөү кеүек сифаттарҙы үҫтерә.
Бәләкәй ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы спортҡа йәлеп итеү, уларҙа шашкаға ҡарата һөйөү уятыу маҡсатында Яңы Монасип башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһында район күләмендә шашка ярышы уҙғарылды. Турнир яугир-интернационалист Азамат Йәғәфәров иҫтәлегенә ветеран уҡытыусы Н. Сәғитова инициативаһы менән 2015 йылдан алып үткәрелә.

А. Йәғәфәровтың яуҙаштары, афғансылар ойошмаһы ағзалары Азамат Алтынбаев һәм Фәнис Сәйәхов йәш шашкасы-ларҙы сәләмләп, яугирҙең тыуған мәктәбенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Быйыл командалар әҙерәк булыуға ҡарамаҫтан, ярыш сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Бәләкәй генә балаларҙың етди төҫ менән, аҙымдарын уйлап ҡына, ҡаушамай уйнауҙары һоҡландырҙы. Яңы Усмандан 6 йәшлек Заһит Мәжитов әле мәктәптә уҡымауына ҡарамаҫтан, үҙенән өлкән ағайҙарын еңеп, барыһын да хайран ҡалдырҙы. Шашка уйнарға атаһынан өйрәнгән малай ауылдарында ла иптәштәрен, хатта атаһын да еңә лә ҡуя икән. 1-2-се класс малайҙары араһында беренсе урын тап уға эләкте лә инде. Икенсегә Иҫке Монасип мәктәбенән Ғосман Вәлиев, өсөнсөгә Яңы Монасип мәктәбенән Нурислам Сәғитов сыҡты. 1-2-се класс ҡыҙҙары араһында Яңы Усмандан Айһылыу Мәжитова 1-се, Иҫке Монасиптан Гөлфинә Хәлитова 2-се, Яңы Монасиптан Мәликә Атагелдиева 3-сө урындарҙы яуланы. 3-4-се класс уҡыусылары араһында ла тарыуалдар беренселекте бирмәне - Тимерхан Мәжитов менән Алтынай Ҡулбирҙина еңеүсе булды. Икенсе урында Яңы Монасип мәктәбенән Илнар Опря менән Иҫке Монасиптан Азалия Ҡонафина булһа, өсөнсө урынға Иҫке Монасип мәктәбенән Фәнзил Ҡонафин һәм Яңы Монасип мәктәбенән Илсиә Йәғәфәрова лайыҡ булдылар. Һөҙөмтәләр буйынса беренсе урын һәм күсмә кубок Яңы Усман мәктәбе командаһына эләкте. Икенсе урында - Иҫке Монасип мәктәбе, өсөнсөлә Яңы Монасип мәктәбе командалары.

Еңеүселәргә мәғариф бүлегенең грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды. Ойоштороусылар һәм команда етәкселәре киләһе йылдарҙа балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен дә ҡатнаштырырға кәрәк тигән ҡарарға килделәр.
Читайте нас: