Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2021, 08:00

Хөрмәтле райондаштар, Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар!

26 апрелдә Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәгә 35 йыл тула. Был көндә Рәсәйҙә авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы иҫкә алалар.

26 апрелдә Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғәгә 35 йыл тула. Был көндә Рәсәйҙә авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы иҫкә алалар.
Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Шулар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Зарарлы зонала эшләгәндәрҙең хеҙмәте ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң, уларҙың һәр береһе – батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө, беҙҙең тәрән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ.

Әлбиттә, радиация берәүҙе лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә гүр эйәһе булды. Иҫән ҡалғандарҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тол ҡатындарға сабырлыҡ теләйем! Донъяларыбыҙ тыныс торһон, 86-сы йылғы фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын.
Читайте нас: